Иглин районының төп бәләһе һәм өҫтөнлөгө шунда, ул Өфөгә терәлеп урынлашҡан. Райондың ерҙәренә ҡыҙығыусылар күп. Рафиҡ Мусин шул ерҙәрҙе нигеҙле-нигеҙһеҙ арлы-бирле тарата башлаған. Белмәҫһең, әллә йомартлыҡ, әллә нәфсе. Хатта эш урынында табылған ярты миллион аҡсаның ҡайҙан килеүен дә аңлата алмаған. Мусинға вазифаһынан ҡолаҡ ҡағырға тура килә. Тикшереү эштәре тамамланды, суд ғәҙел хөкөм сығарыр, әлегә элекке башлыҡты үҙ вәкәләттәрен уҫал ниәттә файҙаланыуҙа ғәйепләйҙәр.