-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
14 Август 2019, 18:32

Һиңә оҡшаған егет бар. Уның иғтибарын нисек яуларға?

Егеттең иғтибарын нисек яуларға?

Беҙ, үҙегеҙ ҙә һиҙгәнһегеҙҙер, социаль селтәрҙәрҙе яңы үҙләштерәбеҙ, ике яҡлы бәйләнеш юлдарын эҙләйбеҙ, этеләбеҙ-төртөләбеҙ, хатта хаталанабыҙ, абынып та йығылабыҙ. Маҡсатыбыҙ бер – һеҙҙең менән бергә булыу. Һеҙҙең ҡарамаҡта, беҙҙең ҡулда ике сайт – “Ағиҙел” һәм “Һәнәк” журналдарының сайттары. Замандан артта ҡалып булмай, тормош беҙҙе әүҙемләшергә, яңы саралар эҙләргә мәжбүр итә. Әгәр, хөрмәтле яҙылыусыларыбыҙ, ҡолаҡҡа ятмаған, әҙәм ышанмаҫтай, туҙға яҙмаған хәбәрҙәр һөйләһәк, берүк үпкәләргә һәм икенсе сайтҡа күсергә ашыҡмағыҙ. Сөнки хаталанырға хаҡыбыҙ бар, бәлки икенсе һүҙебеҙ һеҙгә оҡшап та ҡуйыр. Бына һеҙгә тағы бер пост, йәғни, мәҡәлә.
Эшләйһегеҙме, уҡыйһығыҙмы – мөһим түгел, был кәңәш предприятие, вуз өсөн дә ярап ҡала. Ярай, һеҙ вуз студенты икән. Ятаҡтан баш тартҡанһығыҙ, ата-әсәйегеҙ хәлле, ҡала ситендә шәхси йорт яллап, йәшәп ятаһығыҙ. Етмәһә, утыны самалы булһа ла, мунсаһы бар. Хәҙерге йәштәр иҫәп-хисапты яҡшы белә, торлаҡтың аренда хаҡын кем менән булһа ла уртаҡлашырға теләгегеҙ юҡ түгел. Берәй әхирәтегеҙҙе индерер инегеҙ, әллә кем тура килә, өҫтәүенә, һеҙгә оҡшаған егет бар. Ә егет һеҙҙе, ғөмүмән, күрмәй һәм иғтибар итмәй.
Егеттең иғтибарын нисек яуларға? Ваҡ-төйәк йомош менән мөрәжәғәт итеп ҡарағыҙ. Кемгәлер бурысығыҙы ҡайтарыр өсөн, мәҫәлән, 500, 1000 һумлыҡты ваҡлатырға. Хәҙер кеше кеҫәһендә аҡса бик йөрөтмәй, сөнки карталар, мобиль банк уңайлыҡтары һәм башҡа саралар бар. Бер ыңғай егеттең түләүгә һәләтлелеген асыҡлайһығыҙ, тағы ла, әгәр аҡса бирһә, онлайн ҡушымта аша бурысығыҙҙы ҡайтарып, телефон һандарын яҙып алаһығыҙ. Телефонын эләктергәс, “Ватсап” аша аралашыу мөмкинлеге асыла. Мәҫәлән, байрам менән ҡотлағыҙ, спамдар ебәрегеҙ. Иғтибар итмәйме? Беҙҙең егеттәр шулай инде. Бер ыңғай асыҡлағыҙ, эсеп йөрөмәйме икән? Икенсе аҙымда һеҙҙең ноутбукты файҙаланырға мөмкин.
Шулай-шулай, асылмай, драйверы юҡ, тип, өйөгөҙгә саҡырығыҙ. Бешеренегеҙ, өҫтәлгә ваза тултырып алма, слива, сейә, абрикос ҡуйығыҙ. Әйҙә, ауыҙ һыуы ҡойолоп ултырһын , һеҙҙең ноутбукты әйләндереп-тулғандырған арала. Ярай, ноутбукты рәтләне, боҙоп ҡуйһа ла зарар юҡ, арзанлы сервистар аҙым һайын. Ә һеҙгә иғтибар юҡ дәрәжәһендә. Ҡараңғы төшкәйне, ҡайтырға йыйына башланы. Нисек ҡурҡмайынса ҡайтарып ебрәһең. Юҡ, туң йөрәк булып сыҡты. Барыбер ҡайтып китте.
Өмөтөгөҙҙө өҙөргә ашыҡмағыҙ. Бындай егеттәр аҙым һайын тәгәрәшеп ятмай. Икенсе көнөнә ҡыйыу рәүештә тағы ла ноутбук эшенә зарланығыҙ. Килһен, рәтләһен, әйләндереп һалып, эсен асып ҡарағанда бик ҡыйыу ҡыйлана ине бит. Башҡа кешегә ышанмайым, тип әйтегеҙ. Киләсәк, тағы ла ноутбукка ҡаҙаласаҡ. Хатта һеҙҙең пащти үтә күренеп торған халатығыҙға ла иғтибар итмәйәсәк.
Икенсе, өсөнсө, дүртенсе һәм артабанғы кистәрҙә лә, төндәрҙә лә шулай буласаҡ. Егетте лә, үҙеңде лә йонсотмаҫ өсөн беҙ мәсьәләне икенсе кистә үк хәл итеүҙе уңайлы һәм мөмкин һанайбыҙ. Һеҙҙе ниңә өйрәтеп торорға, берәү ҙә шәм тотоп, һеҙҙе дәртләндереп, аҫыл кәңәштәр биреп, өҫтөгөҙҙә тормаясаҡ. Был эште, нисек әйтергә, икәү генә башҡаралар.
Мәшһүр шағирыбыҙ Рауил Бикбаевтың шиғыры фекеребеҙ төйөнөн еңелерәк сисергә ярҙам итер, моғайын.
Был эште бит яңғыҙ эшләмәйҙәр,
Икәү тотоналар был эшкә.
Шатланабыҙ бер үк шатлыҡ менән
Ошо эшкә икәү керешһәк.
Тартылаһың миңә,
Ә мин – һиңә,
Ҡыҙа һындар, ҡыҙа хәрәкәт...
Мөмкин түгел артта ҡалыуҙарың,
Ярһыуҙары тәндең рәхәт.
Бер хәрәкәт,
Бер хис,
Бер ынтылыш,
Туҡтамаһын алдан беребеҙ.
Онотҡанбыҙ ҡандың ярһығанын,
Һиҙмәйбеҙ ҙә – аға тиребеҙ.
Йырҙай көйлө эште туҡтатырға
Кемдең генә килһен хәленән.
Икәү ижад иткән йырыбыҙҙың
Еттек иң илаһи мәленә.
Ярһығандан-ярһып,
Был эшебеҙ
Кинәнестәр менән осланды.
Йылдар үткәс,
Хәтерләрбеҙ һағынып,
Икәү, бисә, утын бысҡанды.
2010
Бына, мунсағыҙға утын да булды...
Читайте нас: