Эш, йәшәргә урын эҙләп күсенеүҙәр йыл әйләнәһенә дауам итә. Беҙҙең халыҡ уҡырға инеүгә лә, белем алыуға ла иғтибарҙы арттырҙы. Эш эҙләп, Себергә вахта менән генә йөрөмәйҙәр, күрше өлкәләргә лә сығалар. Иғтибар иткәнһегеҙҙер, хәҙер район үҙәктәре бик киңәйә. Бәләкәй ауылдарҙан район үҙәктәренә күплән күсәләр. Сөнки бында эш бар, инфрастуктура үҫешкән, балаларҙы уҡытырға мөмкин. Эске миграцияға халыҡ ниндәй мөнәсәбәттә? Аңлатма биреүен һорап, беҙ атаҡлы халыҡ артисы, Рәсәйҙең иң билдәле дворнигы, “Ағиҙел” һәм “Һәнәк” журналдарының штаттан тыш эксперты Юнир Салауатовҡа мөрәжәғәт иттек.
– Юнир ағай, һеҙ Өфөгә нисек килеп юлыҡтығыҙ?
– Мин үҫкәндә Бөрйәндә уҡытыу бик яҡшы ойошторолғайны. Шул белемемә һылтанып, Өфөгә уҡырға индем, әртис һөнәрен үҙләштерҙем. Тәүҙә – театрҙа, аҙаҡ ғүмер буйы филармонияла эшләнем.
– Өфөгә килгән йәштәргә ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?
– Егеттәргә мин кәңәш түгел, кәләш алып бирер инем. Өфөлә торлаҡ күпләп төҙөлә, хәлле, бай ҡатындар күп, улар ипотекаға фатир ала, тик крандарын йүнәтерлек, бысаҡтарын үткерләрлек ир-егеттәр етешмәй. Мебелдәрен дә йыя алмай ултыралар.
– Икмәк тотоп ант итәм. Фатирлыға өйләнһәң, бал да май эсендә йөҙәсәкһең. Тик эсмәҫкә, тәмәке тартмаҫҡа кәрәк. Шунан һуң, тағы бер кәңәшем бар, беҙҙең халыҡ кәләште Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр яғынан эҙләй. Ә мин егеттәргә кәләште Шишмә, Ҡырмыҫҡалы, Кушнаренко, һис юғы Ауырғазы, Саҡмағош тирәһенән эҙләргә кәңәш итер инем.
– Ни өсөн? Һеҙ беҙҙең егетәрҙең тормошон географик яҡтан сикләмәйһегеҙме?
– Тамсы ғына ла сикләмәйем. Өфө тирәһендәге райондарҙан кәләш алыу үҙеңде ит, һөт, картуф, май менән ғүмереңдең аҙағынаса тәьмин итеү, тигән һүҙ. Бына, мәҫәлән, кәләшең Кошнаренконан, ти. Ҡәйнәң, ҡайныңа килеп төшәһең, мунса яғылған, итле һурпа бешкән, көнө-төнө ҡунаҡ итәсәктәр, ә Өфөгә ҡайтҡанда ярты һарыҡ, бер тоҡ картуф ҡыҫтырып ебәрәсәктәр.
– Әгәр Кәләшең Әбйәлил, йә Йылайырҙан булһа?
– Йәй буйына ҡулыңдан салғы, балта, һәнәк төшмәйәсәк. Сөнки беҙҙең яҡта халыҡ малды күп аҫырай, тимәк, бесән күп кәрәк. Икенсенән, газ юҡ. Утын яра-яра, ҡулың ҡабарып бөтәсәк.
– Тағы ниндәй кәңәштәрегеҙ бар?
– Киләһе йылға халыҡ иҫәбен алыу кампанияһы үтеүен дә онотмайыҡ. Был райондарҙа беҙҙең халыҡ күпләп йәшәй, уларҙы өгөтләп торорға түгел, һинең эсмәй, тартмай, тәртипле йөрөүеңде күрһәләр, һиңә артабан да теләктәшлек күрһәтәсәктәр. Беҙ иһә, милләтебеҙҙең абруйын артабан да күтәрәсәкбеҙ.
– Һеҙҙең кәңәштәрегеҙгә ҡолаҡ һалыуҙарына ышанаһығыҙмы?
– Әллә тағы, һеҙ һорайһығыҙ, мин – яуап бирәм. Хәҙерге йәштәргә ышанып булмай инде. Моғайын, үҙҙәре теләгәнсә эшләрҙәр. Берәй файҙам теймәҫме, тип кенә һөйләнеүем. Ярай, интервью алыуығыҙ өсөн рәхмәт. Тик, артығын өҫтәп, мине үпкәләтеп, халыҡты асыуландырып ҡуймағыҙ. Ана, берәүҙәр тегендә малайы, бында ҡыҙы бар, тип яҙып бөткәндәр. Судҡа бирһәм, бер аҙ ҡотайып ҡалам инде. Йә, ярай, биғәйбә.