112-се Башҡорт кавалерия дивизияһын ойоштороусыларҙың береһе Миңлеғәле Шайморатовтың бөгөн тыуған көнө. Батырҙың иҫтәлеген тыуған яғында ҡәҙерләп һаҡлайҙар. Ҡырмыҫҡалы районы Шайморатов ауылында бер нисә йыл элек генералға һәйкәл асылды. Шундай уҡ һәйкәл оҙаҡламай Өфө ҡалаһының иң матур майҙандарының береһе – Совет майҙанында ҡалҡып сығасаҡ. Бәлки, майҙанға батыр яҡташыбыҙҙың исеме лә бирелер.
Ләкин, үкенескә ҡаршы, йәмәғәтселек күпме генә тырышлыҡ һалмаһын, Миңлеғәле Шайморатовҡа Советтар союзы геройы, йәки Рәсәй геройы исеме бирелмәне. Уның батырлығын баһаламау мөмкин түгел. Киләсәктә ғәҙеллек барыбер тантана итер, тигән өмөт бар.