+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Август 2019, 14:03

Бында ир-егеткә ҡытлыҡ юҡ икән. Тик уларҙы ҡайҙан барып табырға?

Күптән күҙәтелә, Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә лә тип әйтерлек, ир-егеттәр ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда аҙыраҡ. Бының сәбәптәре төрлө, ир-егеттәр ауыр тормошҡа тиҙ бирешә, үҙен һаҡламай, эсә, етмәһә, тәмәке тарта, һ.б., һ.б... Әлеге ваҡытта 1000 иргә 1154 ҡатын тура килә. Ябай ғына итеп әйткәндә, ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам итерлек ир-егеттәр етешмәй.

Беләһегеҙме, ҡайҙа ирҙәр, киреһенсә, ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарағанда күберәк? Алыҫыраҡ шул, Чукотҡала. Был һалҡын төбәктә мең иргә 956 ҡатын тура килә. Ә 2036 йылға ҡатын-ҡыҙҙар һаны 813-кә ҡаласаҡ.
Юҡ, Чукоткала йәшәү шарттары насар, ҡатын-ҡыҙ урыны түгел ул. Бәхетте һәм тормош юлдашын үҙебеҙҙең яҡтарҙа табығыҙ. Бәлки, һеҙҙең тормош иптәшегеҙ эргәлә генә йөрөйҙөр.
Читайте нас: