Эйе, бөгөн беҙ күтәрергә йыйынған мәсьәлә иң үкенесле һәм аяныслылар рәтенән. Яңы бөрөләнгән, тыумаған сабыйҙың ғүмерен ҡыйыуҙан да ҙурыраҡ гонаһ бармы икән ер йөҙөндә? Дин уны енәйәткә тиңләй, ләкин уның өсөн хөкөм итмәйҙәр.
Үкенескә ҡаршы, статистика был аяу белмәгән һандарға ҡарата ғәмһеҙ һәм битараф. Әгәр һандар һөйләшә белһә, күпме юғалтыуҙар, күҙ йәше, йоҡоһоҙ төндәр, беҙ миҙгеллек ләззәт һәм ғүмерлек үкенес, аҡланмаған хыялдар хаҡында бәйән итер ине. Салауат Әбүзәрҙең шиғырында яҙылғанса:
Гүйә, йөрәк түлһеҙ ҡалды,
Ә һандар түбәндәгесә: 2018 йылда Ырымбур өлкәһендә мең ҡатын-ҡыҙға 29,8 бала төшөртөү осрағы тура килә. Икенсе урында – Марий Иле, 24,9 осраҡ, өсөнсө урында – Пермь крайы, 24,6, артабан – Сыуашстан – 22,7, Киров өлкәһе – 22,1, Удмуртстан – 19,5, Татарстан – 16,2 осраҡ тура килә.
Ә беҙҙә, Башҡортостанда, хәлдәр нисек һуң? Ғәжәп тойолмаһын, тыуған балалар һаны буйынса Башҡортостан Волга буйы федераль округында беренсе урында бара. Ни өсөнмө? Сөнки бала төшөртөү буйынса Башҡортостанда 1000 әсәгә 11,8 осраҡ тура килә. Шул уҡ ваҡытта, 2016 йылда – 17,7, 2018 йылда – 14,9 осраҡ тура килә.
Беҙҙә был үкенесле осраҡтарҙың кәм булыуы аҙмы-күпме күңелде тынысландыра. Бәлки, социологтар, психологтар, табиптар, ниһайәт, ҡатын-ҡыҙҙар үҙҙәре тулыраҡ аңлатма бирер.
Ә һеҙ был хаҡта үҙегеҙ нисек уйлайһығыҙ?