+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Сентябрь 2019, 10:47

Төндәлектәрҙән... Факил ағай менән бергә эшләгәндәр бәхетле. Ундай егәрле кешене башҡа күргәнем юҡ.

Төндәлектәр... Факил ағай менән бергә эшләгәндәр бәхетле. Ундай егәрле кешене башҡа күргәнем юҡ. Редакцияларыбыҙҙа беҙҙең барлыҡ хаталарыбыҙҙы төҙәтеп, ярҙам итеп, эштәребеҙҙе теүәлләп йөрөүсе кешебеҙ бар. Ул да булһа – Факил ағай Мырҙаҡаев. Эшкә иң беренсе булып килә, иң һуңғы булып ҡайтып китә. Шундай урынбаҫарым булыуы менән бәхетлемен...

1999 йылда “Башҡортостан”да бергә башлағайныҡ, 12 йыл ҡулға-ҡул тотоношоп эшләгәндән һуң, 2011 йылда, миңә “Һәнәк”те ышанып тапшырҙылар. “Башҡортостан”ға минең урынға килгән баш мөхәррир, рәхмәт яуғыры, үҙе менән урамдан ике урынбаҫар тотоп алып керҙе. Шуны ғына көтөп торғанмы, Факил ағай: “Мин һинең менән эшләргә теләйем”, – тип бишенсе ҡаттан етенсе ҡатҡа күсеп менде. Шул осорҙан, ял көндәрен һәм отпускыларҙы иҫәпкә алмағанда, бергәбеҙ.
Факил ағайҙың эшһеҙ ултырғанын күргәнем юҡ. Ул һәр ваҡыт яҙа, эҙләй һәм төҙәтә. Аҙаҡ шуларҙы китап итеп сығара. Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге премияны юҡҡа бирмәйҙәр.
2004 йыл, бөйөк замандашыбыҙ Мостай Кәримдең 85 йәшен билдәләргә әҙерләнәбеҙ. Факил ағай тартынып ҡына: “Бына, ошоно йыйғайным”, – тип тос ҡына ҡулъяҙмаһын өҫтәлемә һалды. Көнөндә ҡарап сыҡтым һәм таң ҡалдым: “Факил ағай, һин бит хазина әҙерләгәнһең!”.
Мостай Кәримдең һәм уның ҡәләмдәштәренең элек баҫылған әҫәрҙәренән алынған афоризмдар һәм әйтемдәрҙән тупланған “Фәһемле фекерҙәр донъяһында” исемле китап. Тик нисек нәшер итергә, ҡайҙан аҡса табырға? Мөрәжәғәт иткеләп ҡараным, 20-30 мең аҡса табыусы ла юҡ.
Үҙебеҙ тәүәккәлләнек, “Башҡортостан” гәзите ул ваҡыт аҡсалы ине, редакция иҫәбенә баҫтырҙыҡ.
Китап матур сыҡты, бер килгәнендә Мостай ағайҙың үҙенә һондоҡ. Рәхмәттәр уҡып, ҡабул итте. Бик ентекләп ҡарап сыҡты, кешенең күңелен күрә белә ине шағир, хуплауын йәшермәне: “Ҡара әле, Факил, һин бит беҙҙең булкаларҙың йөҙөмдәрен генә сүпләп алғанһың!” – тип хайран ҡалды. Тағы бер аҙ ҡарап ултырғандан һуң: “Киләсәктә беҙҙең яҙғандарҙан ошо фәһемле фекерҙәр генә тороп ҡалмаһа ярар ине”, – тип әйтеп ҡуйҙы.
Эш күп булғас, Факил ағайға маҡтау аҙ эләгә. Үҙе лә сәпәкәй көҫәп йөрөгәне юҡ. Ошоларҙы яҙып бөттөм дә, уйға ҡалдым, ағай бигерәк баҫалҡы, оҡшатмай ҡуймаһа ярар ине.
Читайте нас: