+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
20 Сентябрь 2019, 10:58

Бөгөн Мәскәүҙә Башҡортостан көндәре тамамлана. Беҙгә өйрәнерлек миҫалдар етерлек.

Мәскәүҙә Башҡортостан көндәре бик ҙур һәм бай программаға ярашлы ойошторолдо. Республиканан килгән етәкселәр, мәғариф хеҙмәткәрҙәре Сколков инновация үҙәгендә булды, баш ҡаланың мәғариф учреждениелары менән танышты. Беҙҙең мәғариф хеҙмәткәрҙәре өсөн Мәскәүҙә һәләтле балалар менән эшләү тәжрибәһе бик фәһемле булды.

Башҡортостан көндәрендә ҡатнашыусылар баш ҡаланың “Спутник” кинотеатрында башҡорт режиссерҙары төшөргән фильмдар менән танышты, “Красная пресня” комплексында Башҡортостанға арналған фото күргәҙмә эшләне.
Бөгөн Башҡортостан делегацияһы Александр баҡсаһында билдәһеҙ һалдат ҡәберенә веноктар һаласаҡ. Шулай уҡ бөгөн Мәскәүҙең һаулыҡ һаҡлау учреждениелары менән танышыу һәм тәжрибә уртаҡлашыу ҡаралған. “Коммерцияға ҡарамаған секторҙың һөнәри коммуникациялары” исеме менән үтәсәк түңәрәк өҫтәлдә хәҙерге заман проблемалары ҡараласаҡ. Башҡортостан Республикаһының Мәскәүҙәге вәкиллегендә “Башҡортостан Республикаһы милләт-ара татыулыҡ һәм тыныслыҡ территорияһы” исемле түңәрәк өҫтәл буласаҡ.
Башҡортостан көндәре айҡанлы эшлекле осрашыуҙар, финанс учреждениелары вәкилдәре менән аралашыуҙар көнө буйы барасаҡ. Көн аҙағында VI Бөтә донъя фольклор фестиваленә әҙерлек буйынса Рәсәй ойоштороу комитеты үҙенең ултырышын үткәрәсәк.
Мәскәүҙә тантаналы шарттарҙа “Башҡорт мәҙәни үҙәге” эшләй башлаясаҡ. Ошонда уҡ республиканың сәнғәт оҫталары, фольклор төркөмдәре концерт менән сығыш яһаясаҡ.
Читайте нас: