+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
20 Сентябрь 2019, 10:39

Мәскәүҙә – Башҡортостан Республикаһы көндәре. Фольклориадаға әҙерлек ҡаралды.

Мәскәүҙә үткән Башҡортостан Республикаһы көндәре сиктәрендә В. Д. Поленов исемендәге Рәсәй Дәүләт халыҡ ижады йортонда төбәктә 2020 йылда үтәсәк Фольклориадаға әҙерлек мәсьәләләре ҡаралды.

Мәскәүҙә үткән Башҡортостан Республикаһы көндәре сиктәрендә В. Д. Поленов исемендәге Рәсәй Дәүләт халыҡ ижады йортонда төбәктә 2020 йылда үтәсәк Фольклориадаға әҙерлек мәсьәләләре ҡаралды.
Кәңәшмәлә ҡотлау һүҙе менән Рәсәйҙең Матди булмаған мәҙәни мираҫты һаҡлау комитеты рәйесе Тамара Пуртова сығыш яһаны һәм Башҡортостандың мәҙәниәтенең, халыҡ ижадының донъяла алып торған урыны хаҡында һөйләне. Комитет рәйесе, Фольклориаданы Башҡортостанда үткәреү Рәсәй өсөн дә мөһим ваҡиға, беҙ Рәсәйҙә йәшәүсе халыҡтарҙың ауыҙ-тел ижадының барлыҡ мөмкинлектәрен донъя халыҡтарына күрһәтергә тейешбеҙ, тип әйтте.
Башҡортостан вәкилдәре Фольклориадаға әҙерлек, уның программаһы, ҡатнашыусылары, тантаналы өлөштәре хаҡында кәңәшмәлә ҡатнашыусыларҙы таныштырҙы. Башҡортостанда Фольклориадаға әҙерлек буйынса дирекция эшләй, барлыҡ мәғлүмәттәрҙе уның аша алырға мөмкин. Дирекция етәксеһе урынбаҫары Артур Әлибәков әҙерлек барышы тураһында ентекләп таныштырҙы.
Читайте нас: