Баш ҡаланың “Торатау” конгресс-холы эргәһендәге амфитеатр, Салауат Юлаевы исемендәге майҙан бөгөн меңдәрсә кешене йыйҙы. “Дуҫлыҡ гөлләмәһе” исемле республика милли мәҙәниәттәр фестивале сиктәрендә күрһәтелгән гала-концертты тамашасылар бик йылы ҡабул итте.