+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
15 Октябрь 2019, 12:52

Интернет заманы

Коллегаларым менән сәй эсергә әүәҫбеҙ. Йәһәт кенә йыйылабыҙ ҙа, кемдә нимә бар, печеньемы, кәнфитме, уртаға һалып, бүлешеп, сәй шөрпөлдәтәбеҙ. Сәй артында, әлбиттә, төрлө темаға гәп һатабыҙ. Эш ваҡытында хәбәр һатып булмай, шунлыҡтан, аш бүлмәһе – гәпләшеү өсөн иң уңайлы урын. Әйтәйек, бөгөн һүҙебеҙ интернет һәм уға бәйле уңайлыҡтар тураһында барҙы.

Мин командировкаға юлланһам, ноутбугым аша эш компьютерына тоташып, бер нисә отчет биреүемде әйттеп, ситтән тороп тоташыуҙы уйлап сығарыусыны маҡтап алдым. Ысынлап та, уңайлы икән: эшкә шылтыратып, коллегаңдан компьютерыңда документты эҙләп, һиңә ебәреүен һорарға кәрәкмәй.
Бухгалтерыбыҙ, эште күпкә еңелләштерә, тип, үҙәкләштерелгән “Болот” программаһына рәхмәттәрен уҡыны. Был программа ярҙамында документтар алмашыу, уларҙы донъяның төрлө мөйөштәрендәге коллегаларыңа күренерлек итеп төҙәтеү мөмкин икән.
Водителебеҙ, юлдарҙағы хәлдәрҙе яҡшы белдерә, тип, смартфонына дифирамбалар яуҙырҙы. Күптән билдәле, ҡалалағы теге йәки был юлдың трафигы бармы, юҡмы икәнен “Тығындар” ҡушымтаһы күрһәтә. Ул ғына түгел, хәҙерге телефондар ярҙамында урамда ҡалдырылған машинаңдың именлеген күҙәтергә лә була, имеш. Үәт, заман, тимәй, сара юҡ.
Тағы оҙаҡ гәпләшер, тәмле сәй шөрпөлдәтер инек, хөрриәтте дөйөм чат аша һәр кемебеҙҙең телефонына директорҙан килгән хәбәр өҙҙө. Унда: “Кәңәшмә!” – тигән бер генә һүҙ яҙылған ине...
Читайте нас: