+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Октябрь 2019, 12:07

Мостафинды тыңларғамы, әллә Ялаловты онотмаҫҡамы? Ә бер ҡараһаң, икеһе лә дөрөҫөн һөйләй һымаҡ.

Кисә генә мәғлүмәт саралары ҡала башлығы Өлфәт Мостафиндың сираттағы күрһәтмәһен таратты. Мэр авто-һәүәҫкәрҙәргә тиҙ арала йәйге тәгәрмәстәрен ҡышҡыға, йәғни тимер тырнаҡлыға алыштырырға тәҡдим итә. Йәнәһе, оҙаҡламай һауа температураһы 0-дән түбән төшәсәк, юлдарҙа боҙлауыҡ, бөкөләр, авариялар күбәйәсәк һ.б. Миңә, мәҫәлән, был тәҡдим оҡшаны, сөнки башлыҡ беҙҙең хәүефһеҙлекте ҡайғырта бит.

Ә беҙ, яҡшы хәтерлеләр, ҡаланың элекке башлығы Ирек Ялаловтың һуңғы күрһәтмәләренең береһен һис тә онотмағанбыҙ әле. Буласаҡ сенатор ҡала халҡы алдында, тырнаҡлы тәгәрмәстәр юлдарҙы кимереп, колеялар барлыҡҡа килмәһен өсөн, юлдарҙы һаҡлау маҡсатында, тырнаҡлы тәгәрмәстәрҙе тыйыу мәсьәләһен күтәргәйне. Хатта фекеренең төплө икәнлеген раҫлау маҡсатында Канада, Швеция, Финляндия, Норвегия һымаҡ алдынғы илдәрҙең тәжрибәһенә мөрәжәғәт итте. Ҡайҙа һонола бит әле!
Миңә ҡалһа, Өлфәт Мансур улының фекерен күпселек яҡлар һымаҡ. Ул властҡа килгәндән һуң ҡала таҙарып, матурланып ҡалған өсөн генә түгел, ә кеше ғүмерен ҡайғыртҡан өсөн. Сөнки һәр ҡыш ҡар яуасаҡ, көрттәр өйөлөп ятасаҡ, бөкөләр оҙон буласаҡ, машиналар ҡуҙғала алмай ултырасаҡ, халыҡ властарҙы һүгәсәк, ләкин ҡар барыбер таҙартылып бөтәсәк һәм боҙло юлдар ҡаласаҡ. Ә бындай юлдарҙа тырнаҡһыҙ тәгәрмәстәр менән йөрөү мөмкин түгел.
Был хәлдән сығыу юлы бер генә, йәйгеһен юлдарҙы, барлыҡ технологик
талаптарҙы үтәп, еренә еткереп, колеялар килеп сыҡмаҫлыҡ итеп эшләргә кәрәк.
Мәҫәлән, шул уҡ Канада, Швеция, Норвегия, Финляндия юл төҙөүселәре эшләгән
һымаҡ.
Читайте нас: