+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
17 Октябрь 2019, 01:10

Ярты хаҡҡа – суши... Йәки, студенттар ниңә суши ашамай?

Бик шәп ташлама менән, ярты хаҡҡа, суши алып ҡайттым. Тик ашайым-ашайым, туймайым да ҡуям, малай! Тәмле, ҡәһәрең, ҡиммәт булыуын иҫәпкә алмағанда, һәп-һәйбәт ризыҡ! Бер килограмы 600 тәңкә тора. Етмәһә, үҙегеҙ беләһегеҙ студентмын, дөйөм ятаҡта йәшәйем, уҡыуҙан бушап, әллә ни аҡса эшләп булмай. Атай менән әсәй ебәргәне юлға һәм икмәк-һөткә генә етә.

Ойоп кителгәнме, белмәйем… Ни булһа ла, тертләп, уяндым. Төн еткән, бүлмәләш егет бер ни белмәй йоҡлай. Асыҡтырған... “Кисәге тәмлекәстәрҙе ҡапҡылайым да, кире ятырмын, тип, утты тоҡандырмай ғына, өҫтәлде ҡапшай башланым. Сушиҙан елдәр иҫкәйне. “Йә, ярай, дуҫым ашаған да, мин йоҡлағас, уятып тормағандыр”, – тип, урыныма кире яттым.
Иртән торғас, уйлай-уйлай, төрлө факттарҙы үлсәй-үлсәй, бик күңелһеҙ һығымтаға килдем: тәмләп-тәмләп суши ашауым бары тик сағыу, матур төш кенә булған, имеш.
Читайте нас: