-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
30 Октябрь 2019, 14:15

Был әртис халҡына әллә нимә булды. Популярлыҡ яулау өсөн нимә генә ҡыйланмайҙар.

Был әртис халҡына әллә нимә булды. Популярлыҡ яулау өсөн нимә генә ҡыйланмайҙар.

Рәсәйҙе әүәлдән ике бәлә йонсота: алйоттар һәм юлдар. Хәҙер был бәләләрҙе Герман Греф заманлаштырғанса, “һөҙөмтәһеҙ менеджмент һәм үҫешмәгән инфраструктура” тип йөрөтәләр.
Башҡортостандың киң юлдарынан кемдәр генә үтмәй. Бер нисә көн элек Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисткаһы Гүзәл Уразованың Фирдүс Тямаев менән беҙҙең юлдарҙа маҡсаттары киҫешкән. Ҡыҫҡаһы, был икәү зыянлы менеджменттың һәм ҡапҡылап алырлыҡ ашхана юҡлығының ҡорбанына әйләнгән. Ашарғамы, эсергәме, әллә башҡа йомош булғанмы, былар туҡтағандар. Юл ситендә (башҡорт еренең тәбиғәте матур, һоҡланышып торғандарҙыр) транспорт сараһына ваҡытһыҙ һәм урынһыҙ бәрелеүе сәбәпле, хәрәкәтләнеү мөмкинлеген юғалтҡан (халыҡ уны уралтып-суралтып тормай, үләкһә, ти) билдәһеҙ йәнлектең тиреһе һәм һөйәктәре ятҡан. Әртистәр юғалып ҡалмаған (аяҡ аҫтында ятҡан, буш, тауар ҡиәфәте һаҡланған) һәм мөмкинлекте видеоға төшөрөргә, ғәм халыҡҡа таратырға ҡарар иткән. Ну, былар тотона инде, кәйефтәре күтәрелә, ихахай ҙа, михахай, шашлык ашау һ.б., ну, еҫе генә сыҡмай инде. Ҡабатлаһаң, күңел болғана. Билләһи, уҡшыта һәм ерәндерә.
Ләкин ғәм халыҡ был икәүҙең ҡыуаныстарын аңламай һәм тәрбиәһеҙҙәргә ҡаршы (премия, яңы исемдәр түгел инде) хаҡлы һөжүм башлана. Ас килеш, туйып һикергән ике әҙәпһеҙ хәҙер ҡайҙа кереп ҡасырға белмәй.
Ғәм халыҡтан һөжүм шул тиклем көслө була, Гүзәл Уразоваға, балаларын ҡалдырып, юҡ ваҡытын бар итеп тәүге мәсхәрәле хатаһын өр-яңынан ҡабатлауҙан башҡа бер сара ла ҡалмай. Ул 800 километрҙан ашыу юлды үтеп, үҙҙәре үләкһә эргәһендә ҡыуана-ҡыуана видеоға төшкән урындан ғәфү үтенеүҙәр менән һуғарылған яңы кадрҙар төшөртә һәм шыңшый-шыңшый үҙенең ҡулланыусыларына тәҡдим итә.
Кадрҙар тәүгеһенә ҡарағанда ла ытырғанысыраҡ килеп сыҡҡан. Әртис әртис инде, әле генә ихахай, бер секунд та үтмәй, илап тора.
Гүзәл менән Фирдүс ябай йырсылар түгел, тәүге унау иҫәбендә (Элвин Грей, Ришат Төхвәтуллин, Әнүәр Нурғәлиевтан ҡала) иҫәпләнә. Бәлки улар үҙҙәренә арзанлы пиар эшләргә теләгәндәрҙер. Улай булһа, килеп сыҡмаған. Ә инде ғәфү үтенергә ынтылыу, ғөмүмән, уңышһыҙ юл. Сөнки кәрәге юҡ. Әртис халҡы араһында бындай шау-шыу көн һайын булып тора, онотолоп бара. Тик быны ҡабатлар өсөн шашлык эҙләп тағы ла 800 км. үтеү кәрәктеме икән?
Читайте нас: