+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
12 Ноябрь 2019, 14:29

Рәсәй Иҫәп палатаһы фәҡирлек менән көрәшергә булған. Ә коррупцияға ҡаршы кем шөғөлләнер икән?

Иҫәп палатаһы етәксеһе Алексей Кудрин үҙенең өр-яңы тәҡдиме менән Рәсәй Хөкүмәтен, атап әйткәндә, уның рәйесе Дмитрий Медведевты тулҡынланырға мәжбүр итә.

Иҫәп палатаһы етәксеһе Алексей Кудрин үҙенең өр-яңы тәҡдиме менән Рәсәй Хөкүмәтен, атап әйткәндә, уның рәйесе Дмитрий Медведевты тулҡынланырға мәжбүр итә.
Бөгөн Рәсәйҙә 20 миллион самаһы фәҡир, йәғни, юғарынан әҙәпле генә билдәләүенсә, аҙ тәьмин ителгәндәр иҫәпләнә. Уларға, Кудрин әфәнде тәҡдим иткәнсә, 200 миллиард һум, йәки һәр береһенә унар мең һум бүлеп биреү аҙ тәьмин ителгәндәрҙең мәшәҡәттәрен хәл итергә ярҙам итер ине.
Фәҡирҙәргә, төрлө ташламаларға лайыҡ булғандарға, социаль ярҙам Рәсәйҙә йыл һайын 11 триллион һум самаһы тәшкил итә. Ул ҡаҙнаның төп өлөшөн алып тора һәм киләсәктә лә һаҡланасаҡ.
Ә ни өсөн Кудрин әфәнде аҙ тәьмин ителгәндәрҙе ҡайғырта башлаған әле? 2010 йылда РФ финанс министры Алексей Кудрин шул саҡтағы Рәсәй Президенты Дмитрий Медведев менән тура эфирҙа бәхәсләшкәне өсөн вазифаһын ҡалдырырға мәжбүр булғайны.
Хәҙер ул Иҫәп палатаһына етәкселек итә һәм Хөкүмәткә, тын алырға ла ирек бирмәй, әүҙемләшергә мәжбүр итә. Әйтәйек, коррупцияға, мутлашыуҙарға ҡаршы көрәшкәнсе Хөкүмәттең һәр аҙымын тәнҡитләп тороу еңелерәк бит.
Өҫтәүенә, хәҙерге Президенттың вариҫы мәсьәләһе лә
әле булһа хәл ителмәгән. Кем белә, 2024 йылда Президент һайлауҙарында Алексей
Кудин менән Дмитрий Медведевтың кандидатуралары килеп сығыуы ла бик ихтимал.
Шул саҡта бәлки фәҡирҙәр мәнфәғәтен яҡлаусы батыр Кудриндың яҡлаусылары күберәк
тә булыуы ихтимал.
Читайте нас: