Мәғлүмәт саралары, рейтинг агентлыҡтары, электән килгән йола буйынса, республика тормошонда мөһим урын тотҡан хәл-ваҡиғаларға, шәхестәргә, күренештәргә, лайыҡлы ғәмәлдәргә үҙ баһаһын бирә һәм улар араһынан иң ҙур иғтибар яулағандарын һайлап алып, йәмәғәтселеккә тәҡдим итә.
Беҙ ошо рейтингты билдәләгәндә Башҡортостанда донъя күргән мәғлүмәт сараларының йыл буйы сыҡҡан хәбәрҙәрен файҙаланырға булдыҡ. Бәлки социаль селтәрҙәрҙә “Ағиҙел” һәм “Һәнәк” журналдары төркөмдәре ҡулланыусылары ла үҙ фекерҙәрен белдерер.
“Ағиҙел” һәм “Һәнәк” журналдары, уларҙың уҡыусылары үҙҙәре йәшәгән ерҙәге һәйбәт кешеләр, күркәм ваҡиғалар, иғтибарға мохтаж мәғлүмәттәр хаҡында яҙһа, хәбәр итһә, бәлки беҙ уларҙы файҙаланыр һәм социаль селтәрҙәр аша үҙебеҙҙең ҡулланыусыларға тәҡдим итер инек.
“Абруй-рейтинг” күрһәткестәрен беҙ нисек күҙ алдына килтерәбеҙ? “Ағиҙел” һәм “Һәнәк” әҙәби баҫмалары республикабыҙҙың мәҙәни, әҙәби тормошонда, сәйәсәтендә, иҡтисадында һеҙҙең ярҙам менән, тамамланып барған йылда иң күркәм ваҡиғаларҙы, ойошмаларҙы, кешеләрҙе һайлап алыр ине.
Йыл китабы, йыл кешеһе, йыл шәхесе, йыл ваҡиғаһы, йыл яҙыусыһы, йыл шағиры, йыл ҡалаһы, йыл районы, йыл башлығы, йыл сәйәсмәне, йыл батырлығы, йыл ҡайтыуы, йыл йыры, йыл премьераһы, йыл юбилейы, йыл фекере һымаҡ күренештәр беҙҙең тормошобоҙҙа быйыл тәрән эҙ ҡалдырҙы.
Интернеттың мөмкинлектәре киң, уның эшендә һеҙҙең һәр берегеҙ ҡатнаша ала. Әйҙәгеҙ, яҙығыҙ, хәбәр итегеҙ, иң-иңдәрҙе бергә билдәләйек. Иң билдәле шәхестәрҙе, иғтибарға лайыҡ ваҡиғаларҙы һеҙ беләһегеҙ. Хәбәр итегеҙ.
Фотола: Донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы Миңлеғафур Зәйнетдинов ғаиләһе менән "Сәләм" тапшырыуы алып барыусыһы Наил Юнысов менән.