+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
19 Ноябрь 2019, 13:55

Күңелһеҙ тарих.

(Иғтибар! Алкоголле эсемлектәр ҡулланыу күренеше!) Мәктәптә эшләйем. Дөрөҫөрәге, эшләнем. Уҡытыу хәҙер ҡыйын, мәғариф министрлығында ыштан туҙҙырып ултырыусылар, минеңсә, мәктәп ишегенең ҡайһы яҡтан асылғанын да белмәй. Белһәләр, уҡытыусыларға уҡыусыларға, шул иҫәптән ата-әсәләргә, йоғонто яһау мөмкинлеген бөтөрмәҫ ине. Ә бит идара итеү алымдары күп йылдар үҙгәрешһeҙ ҡалды. Йә ҡамсы, йә перәник... Ҡулыңда бер нәмә лә булмағас, һөҙөмтә лә юҡ.

Мәктәптә эшләйем. Дөрөҫөрәге, эшләнем. Уҡытыу хәҙер ҡыйын, мәғариф министрлығында ыштан туҙҙырып ултырыусылар, минеңсә, мәктәп ишегенең ҡайһы яҡтан асылғанын да белмәй. Белһәләр, уҡытыусыларға уҡыусыларға, шул иҫәптән ата-әсәләргә, йоғонто яһау мөмкинлеген бөтөрмәҫ ине. Ә бит идара итеү алымдары күп йылдар үҙгәрешһeҙ ҡалды. Йә ҡамсы, йә перәник... Ҡулыңда бер нәмә лә булмағас, һөҙөмтә лә юҡ.


Кис көнө эштән ҡайтып киләм, эт кеүек арығанмын. Гараждар аша атлайым, былай тиҙерәк, егерме минут ваҡытты отам.

Шунда... Әһә, минекеләр, унынсы “Б”-лар. Класс, йомшаҡ ҡына итеп әйткәндә, насар. Ике һүҙ генә беләләр, инглизсә “OK Google”, ҡалғандары – урыҫса һүгенеү һүҙҙәре.

Өс имгәк тора, шешә ауыҙынан араҡы һемерәләр. Мине күреп ҡалдылар. Ҡасып ҡотола алманылар. Былай булғас, бөттөгөҙ, тип уйлайым. Үҙем дә кире сигенмәнем, әйҙә, иртәгә бөтә мәктәпкә таратһындар. Бер нәмә лә булмағандай яндарына барам.


– Араҡы эсәбеҙме? Тәртип боҙа­быҙмы?

Ҡоштоң осоп китмәҫен аңлайҙар, ғөмүмән, бында кемдең ҡош икәне асыҡ түгел әле. Яуаптарында һүгенеү һүҙҙәрен ҡыҫтырмайҙар.

– Эйе, араҡы. Ә нимә? Беҙ мәктәптә түгел, һеҙ нимә, апай...

Мине алыҫ яҡтарға оҙатырға ирек бирмәйем.


Ҡулымды һуҙам.

– Бир әле бында! Ниндәй араҡы эскәнегеҙҙе булһа ла беләйем.

Шешәне бирәләр, моғайын, иҫәр­ләнептер. Ниндәйҙер арзан араҡы. Еҫкәйем, ирендәремә яҡын килтерәм, йәнәһе, эсәм. Төкөрәм.

– Егеттәр, бындай араҡыны һуҡбай­ҙар ҙа эсмәйҙер, моғайын. Уҡымаһағыҙ, ғүмер буйы гараж артында ошондай араҡы һемерәсәкһегеҙ.

Уҡыусыларымдың береһе күҙҙәрен түңәрәкләндерҙе. Үҙе хаҡында һөйләйме әллә, тип уйланы булһа кәрәк. Йылмаям.

– Юҡ инде. Мин хәҙер ҡайтам, һәйбәт коньяк янына, ә һеҙ үҙегеҙҙең арзан араҡығыҙҙы эсеп бөтөрөгөҙ. Әммә ҡолағығыҙға киртеп ҡуйығыҙ: иртәгә миңә махмурҙан сирләйбеҙ, тип зарланмағыҙ.


Шешәне ҡулдарына тотторам да юлымды дауам итәм**. Подъезда ғына һулышымды ипкә килтерә алдым. Үтеп китте шикелле.

Хәҙер миңә ихтирам менән ҡарайҙар. Быға белем аша түгел, ә бына ошондай арзан алымдар менән өлгәшеү генә йәл.

Бына шундай күңелһеҙ тарих...


А. ҒИМРАНОВА.


** Редакция спиртлы эсемлектәр ҡулланыуҙы тәнҡитләй.



Читайте нас: