-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
22 Ноябрь 2019, 15:30

Йомартлыҡтың да сиге була. Таныҡлыҡ яңыртыу байҙар өсөн генәме?

Яңы йыл алдынан ғына хөрмәтле Хөкүмәтебеҙ беҙҙе үҙенең быға тиклем үтә йомарт булғанлығын иҫкә төшөрҙө һәм бындай мәрхәмәтлек сараларына ҡалын сик ҡуйҙы.

Яңы йыл алдынан ғына хөрмәтле Хөкүмәтебеҙ беҙҙе үҙенең быға тиклем үтә йомарт булғанлығын иҫкә төшөрҙө һәм бындай мәрхәмәтлек сараларына ҡалын сик ҡуйҙы.
Бынан һуң водителдәр өсөн таныҡлыҡты яңыртыу ун йылға бер була торған байрамға әйләнмәгәйе. Сөнки наркологтан һинең эскесе һәм наркоман түгеллегеңде раҫлаусы белешмә алыу өсөн элекке һымаҡ ярты көн түгел, хәҙер аҙна буйы бушҡа эшләргә тура килеүе бик ихтимал. Поликлиникаларҙың мәңге туя белмәҫ баш табиптары юғарынан төшкән күрһәтмәне үтәү йөҙөнән беҙҙә белешмәләр өсөн хаҡтарҙы 5300–7200 һумға тиклем күтәрҙе.
Хәҙер автомобиль йөрөтөү ысынлап та ҡиммәтле шөғөлгә әйләнә. Бер ҡараһаң, һинең эскесе, йәки наркоман түгеллегеңде раҫлау үҙеңдән башҡа кемгә кәрәк инде? Ә Хөкүмәт быны илгә кәрәк, тип иҫәпләй һәм бынан ҙур ғына аҡса яһай.
Халыҡ һуңғы тиндәрен һәм һумдарын устарына ҡыҫып тотоп, поликлиникаларҙың ҡиммәтле мисәт ҡуйыусы бүлмәләрен штурм менән яулай һәм аҡсаһын янға ҡалдырырға тырыша. Дөрөҫ булһа, хаҡтар яңы йылдан һуң тағы ла артасаҡ, тиҙәр.
Ярай ҙа был миллиондар дауаханаларҙың эшен яҡшыртыуға йүнәлтелһә, сирлеләрҙең
дауаланыу шарттарын аҙмы-күпме күтәрһә, йәл дә булмаҫ ине. Бының өсөн милли
проекттар бар, тип әйтәсәктәр һәм халыҡты һауыу өсөн тағы ла бер йәтеш кенә
һылтау табасаҡтар.
Читайте нас: