-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
27 Ноябрь 2019, 12:10

БАШҠОРТОСТАНДА БЫЙЫЛ ТӘҮГЕ ТУҒЫҘ АЙҘА 31 654 БАЛА ТЫУҒАН.

Башҡортостанда быйыл тәүге туғыҙ айҙа 31 654 бала тыуған.

Башҡортостанда быйыл тәүге туғыҙ айҙа 31 654 бала тыуған. Шуларҙың 11 584-е – беренсе, 11 810-ы икенсе бала.
Шулай уҡ 5,8 меңдән ашыу ҡатын өсөнсө бала тапҡан. 1,5 меңдән ашыу сабый – дүртенсе, 900-гә яҡыны бишенсе булып донъяға килгән.
Бала табыу буйынса алдынғы урындарҙы Туймазы (976), Өфө (864) һәм Белорет (817) райондары биләй.
Ҡала округтары араһында Өфө беренсе килә – 9 151 бала, Стәрлетамаҡта – 2 048, Нефтеккамала – 1 110.
Ҡала округтарына килгәндә, бында, ғәҙәттәгесә, Өфө тыуым буйынса алдынғылыҡты бирмәй – 9 151 бала. Стәрлетамаҡта – 2 048 ҡыҙ һәм малай, Нефтекамала – 1 110.
Ошо уҡ осорҙа Башҡортостанда 36 883 кеше вафат булған, уларҙың 19 264-е – ир-егет, 17 619-ы – ҡатын-ҡыҙ. Яҡты донъянан киткәндәрҙең дөйөм һанынан 27 888-е – эшкә һәләтле йәштән өлкән, 8 576-һы – иҡтисади яҡтан әүҙем халыҡ.
Читайте нас: