+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
9 Декабрь 2019, 11:13

Беҙ был афәтте еңергә тейеш. Йыл башынан алкоголдән ағыуланыу осраҡтары 70 процентҡа кәмегән.

Республика Башлығы Радий Хәбиров тарафынан ағыулы спиртлы эсемлектәр һатыуға һәм ҡулланыуға ҡаршы иғлан ителгән көрәш тәүге ыңғай һөҙөмтәләрен бирә. 100 мең кешегә иҫәпләгәндә, ағыуланыу 0,5 осраҡҡа тиклем кәмегән. Рәсәй кимәлендә сағыштырғанда, был күрһәткес 4,5 осраҡ.

Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенә, күрше төбәктәрҙә үлем осраҡтары ике тапҡырға күберәк. Ыңғай күрһәткес байрамдарҙа спиртлы эсемлектәрҙе һатыуҙы сикләү һәм контрафакт эсемлектәрҙе тыйыу һөҙөмтәһе. Беҙ 47 кешенең ғүмерен һаҡлап ҡалдыҡ. Бөтәбеҙ өсөн дә был һандар ҙур еңеү һәм уйланыу өсөн һылтау. Тимәк, беҙ һайлаған юл дөрөҫ. Әлбиттә, эсеү һәм эсмәүҙе һәр кем үҙе хәл итә. Эсеүҙе мин бурысҡа һатып алған яҡшы кәйеф, тип баһалар инем. Тик уның өсөн юғары проценттар менән түләргә тура килмәгәйе.
Башҡортостанда йәшәүселәрҙең 70 проценттан ашыуы республика етәкселегенең эскеселеккә ҡаршы көрәшен хуплай һәм үҙе ҡатнашырға, ярҙам итергә теләй.
Читайте нас: