+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
9 Декабрь 2019, 11:26

Радик Юлъяҡшин менән Салауат Фәтхетдинов бер Ҡаҙанға һыйырҙармы икән. Бәй, улар һыймаҫлыҡмы ни?

Бер нисә йыл элек бәхәс булған икән шул. Салауат Фәтхетдинов, нимәһелер сығып, Элвин Грейҙы йырларға өйрәтә башлаған. Ә теге егет яуап итеп “Аҡ Барыҫ-арена” тултырып (йәнәһе, минең һымаҡ йыйып ҡара), тамашасы йыйған һәм өс сәғәтлек концерт биргән. Дөрөҫ булһа, ҡушылып йырлаған халыҡ бейей-бейей ҡолап бөткән. Ә Элвин Грей – һин дә мин икән.

Ошонан һуң ҡыҙып киткән Салауат Фәтхетдинов “Аҡ Барыҫ-арена”ға халыҡты йыйып ҡараған да, бик килеп сыҡмаған. Уның тамашасылары – өлкән йәштәгеләр, ун биш мең кеше һыйышлы аренаны мөрхәтһенәме һуң инде?
Әйткәндәй, бер Ҡаҙанға башҡорттар былай ҙа һыймай бит инде. Сөнки
Татарстандың иң популяр йырсылары исемлегенең башында Башҡортостан оҫталары
ныҡлы урын тота һәм урындағыларҙы бик яҡын юлатмай – Элвин Грей, Салауат
Фәтхетдинов, Ришат Төхвәтуллин, Энүәр Нурғәлиев, Айҙар Ғәлимов һәм башҡалар.
Читайте нас: