+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
13 Декабрь 2019, 08:18

Кем булһын? Ирҙәр үҙҙәре ғәйепле. Хаҡлы ялға сыҡҡан ирҙәр ҡатындарына ҡарағанда өс тапҡыр аҙыраҡ йәшәй.

Социологтар иҫәпләп сығарған, ирҙәр пенсияға сыҡҡас – 7,5 йыл, ә ҡатын-ҡыҙҙар – өс тапҡыр күберәк – 22,6 йыл йәшәй икән. Ни өсөн ирҙәрҙең ошо көнгә төшөүенә, йәғни, гөрләтеп йәшәйһе урынға, ваҡытһыҙ вафат булыуына аңлатма бар. Сөнки ирҙәр хаҡлы ялға сыҡҡас әүҙем тормош алып барыуҙан туҡтай, ә насар ғәҙәттәре һаман да һаҡлана. Ябай ғына итеп әйткәндә, эсәләр, тәмәке тарталар, уның ҡарауы, физик эштән, үҙен ҡарауҙан, врачтарға мөрәжәғәт итеүҙән туҡтайҙар.

Ә ҡатын-ҡыҙ әүҙем тормоштан,эштән, физкультуранан аяҡтан йығылғансы ныҡлы шөғөлләнә һәм шул ысул менән үҙенең ғүмерен оҙонайта. Үкенескә ҡаршы, ауыр эштән һуң хаҡлы ялға сыҡҡан ир-егеттәр яңы тормошҡа күнегә алмай. Туғарылып, юғалып ҡала һәм тәмәке тартыуын, араҡы эсеүен дауам итә.
Шулай булғас, бер кемде лә ғәйепләп булмай, бәләне ирҙәрҙең үҙенән эҙләргә кәрәк. Сәләмәт тормош теләйбеҙ һеҙгә!
Читайте нас: