+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
16 Декабрь 2019, 12:20

Беҙ барлыҡ килемдең өстән бер өлөшөн ашауға тотонабыҙ. Беҙ шулай күп ашайбыҙмы, әллә хаҡтар юғарымы, йә килемебеҙ түбәнме?

Статистика беҙҙең күпме ашауыбыҙ хаҡында мәғлүмәттәрҙе иғлан итте. Килемебеҙҙең 30,2 проценты аҙыҡ-түлек һатып алыуға тотонла икән. Беҙ был йәһәттән Европаның 40 иле араһында 31-се урынды биләйбеҙ. Иң аҙы – Люксембург тигән илдә аҙыҡ-түлеккә тотоналар – 8,4 процент. Ә бына Украина халҡы ашауға 50 процент килемен тотона. Уларҙан аҙ ғына аҙыраҡ Ҡаҙағстан – 47 процент.

Тәмәке һәм спиртлы эсемлектәргә шул уҡ Люксембург, Португалия, Кипр һәм Молдавия әҙ тотона. Молдавия менән аңлашыла, үҙҙәрендә йөҙөм баҡсалары күп, әсетәләр ҙә, шарап эсәләрҙер. Рәсәй, йәғни, беҙ, был йәһәттән 3 процент сығымдар менән 25-се урынды биләйбеҙ.
Ә бына рәсәйҙәр ни өсөн аҙыҡ-түлеккә 30 процент тотоноуының сәбәбен статистар аңлатмай. Әллә беҙ аҙыҡ-түлекте күп ҡулланабыҙ, йә хаҡтар ҡиммәт, йә эш хаҡы түбән. Социологтар һәм иҡтисадсылар был хаҡта нимә уйлай икән?
Читайте нас: