+22 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
19 Декабрь 2019, 11:50

Бишбармаҡ

Бер ваҡыт Алматыла булдым, күргәҙмәлә эшләнем. Иҫтәлекле урындарҙы күрмәнем, ығы-зығы күп булды, иртәнән кискә тиклем павильонда буталдым, шунда уҡ тамаҡ туйҙырҙым. Әйткәндәй, һәйбәт ашаттылар, майлы былау, төрлө бөйөрөктәр, компот. Ашарға көнөнә 100 һум тотондом, ә алма – буш, күпме теләйһең, шулай аша.

Бер ваҡыт Алматыла булдым, күргәҙмәлә эшләнем. Иҫтәлекле урындарҙы күрмәнем, ығы-зығы күп булды, иртәнән кискә тиклем павильонда буталдым, шунда уҡ тамаҡ туйҙырҙым. Әйткәндәй, һәйбәт ашаттылар, майлы былау, төрлө бөйөрөктәр, компот. Ашарға көнөнә 100 һум тотондом, ә алма – буш, күпме теләйһең, шулай аша.
Күргәҙмә тамамланды, экспонаттар төрөлдө, ярты көн буш ваҡыт бар.
– Тәмләп ҡарамайынса бер нисек тә китергә ярамай торған нәмә бар Ҡаҙағстанда? – тип һораным йөк тейәү­селәрҙән. – Йәшел түбәтәйем бар инде.
– Бишбармаҡ! – тип ҡысҡырҙы улар бер тауыштан һәм ҡара бармаҡтарын күрһәттеләр. – Бишбармаҡ!
Иң яҡшы милли ресторанды табыуҙы таксисҡа ҡуштым. Оҙон проспект буйлап барҙыҡ, йорттарҙа өс йондоҙло номерҙар күренеп ҡала, шунан урамға боролдоҡ, йәнә бик оҙаҡ барҙыҡ.
– Быларҙың барыһы ла Алматымы? – тип һораным шоферҙан.
– Ҡайҙа? – тип һораны ул яуап урынына. Йәл, шаяртыуымды аңламаны.
Ниһайәт, такси ике ҡатлы затлы йорт янында туҡтаны.
– Мотлаҡ йылҡы ите аша, – тине шофер минән аҡса алғас.
Ресторанға индем. Халыҡ күп. Халыҡ ҡоралдары оркестры уйнай. Милли кейемдәге ҡыҙҙар бер нисә залда ризыҡ тарата. Мине буш өҫтәлгә ултырттылар, күн менән тышланған ауыр меню бирҙеләр. Бишбармаҡты тиҙ таптым, беренсе биттә. Шунда уҡ заказ бирмәксе булғайным, әммә күҙем хаҡына төштө. Хаҡы ҡиммәт, бик ҡиммәт! Һумдар менән иҫәпләһәң дә, долларҙар менән иҫәпләһәң дә. Һм... Миңә 500 долларға һурпала беше­релгән туҡмас тәҡдим итмәкселәр. Ҡыҙыҡ, бындай аҡсаға ниндәй туҡмас бирәләр икән? Ҡайнар һыуҙа беше­релгәне түгелдер, моғайын. Ҡайт­ҡас, һөйләргә һүҙ була. Туҡта әле. Һуң был илдә мине аҙна буйы 500 һумға бик һәйбәт ашаттылар, ә бында бер блюдо 500 доллар. Был Париждағы өс йондоҙло ресторандағы ике кешелек киске аш, шарап.
Ҡарунланма, тим үҙемә. Һин Ҡаҙағстанда беренсе тапҡыр, тағы ҡасан киләһең әле – билдәһеҙ. Бишбармаҡ тәмләмәйенсә ҡайтып китергә ярамай, улайһа, ниңә килдем һуң? Таксистан кем иң яҡшы ресторанды таптырҙы? Янсығым 500 дол­ларға кәмей инде. Нимә арта? Бер тәрилкә туҡмасмы? Тәмлеме, юҡмы – билдәһеҙ.
Сәхнәләге думбыра “Һыу өҫтөндә төтөн”дө уйнаны.
Бәлки, боронғо бөйөк батырҙар ҡанһыҙ жуңғарҙарға рецепты бирмәҫ өсөн һәләк булғандыр? Бәлки, был бишбармаҡты бешерер өсөн “Ҡыҙыл китап” тышындағы һуңғы аҡ дөйәне һуйғандарҙыр? Бәлки, алтмыш ҡаҙаҡ ҡыҙы был туҡмасты Медео битләүендә шыбыр тиргә батып киптергәндер? Ә мин, ҡарун, үҙебеҙҙең бер генә тапҡыр йәшәүебеҙҙе онотоп, икеләнеп ултырам. Хәҙер йәки бер ваҡытта ла!
– Официантка! Официантка!
– Һайланығыҙмы?
– Бишбармаҡ инде.
– Бик һәйбәт.
– Тик бында хата юҡмы икән? – тип һораным, тауышыма меҫкен интонация сығармаҫҡа тырышып, һәм бармағым менән хаҡҡа төрттөм.
– Ә һеҙ бишбармаҡты шул тиклем ныҡ яратаһығыҙмы ни? – тип ғәжәп­ләнеп һораны официантка.
– Белмәйем. Тәмләп ҡарағым килде. Мин бында беренсе тапҡыр... Ҡаҙағстанда.
– Улайһа, һеҙгә бер порциянан башларға кәрәктер?
– Нисек?
– Әле һеҙ күрһәткән хаҡ 300 порциялыҡ, туйға йәки йыназаға заказ бирәләр. Ә һеҙ 47-се битте асығыҙ. Ҡана, ярҙам итешәйем. Бына ике төрлө иттән бишбармаҡ, хәҙер курс буйынса иҫәпләп сығарам, 60 һум, ә дүрт төрлө иттән 85 һум килеп сыға. – Ҡыҙ миңә һынап ҡараны. – Һеҙ ҡайһы вариантҡа заказ бирәһегеҙ?
“Был донъяла бер генә йәшәйбеҙ. Хәҙер йәки бер ваҡытта ла!” – башымдан баяғы уйҙар сығып бөтмәгәйне әле.
– Һикһән биш һумға килтерегеҙ! – тинем тәүәккәл генә.
"Һәнәк" журналынан.
Артур Василов һүрәте.
Читайте нас: