+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
19 Декабрь 2019, 12:30

Өләсәйҙәргә мәрхүм хәләлдәренең ҡалған пенсиялары тейешме? Был хаҡта эксперттар нимә һөйләй икән?

Күптән мәғлүм, Хөкүмәт пенсияға сыҡҡансы, ат урынына эшләгән һәм хаҡлы ялға сыҡҡандың икенсе көнөнә шым ғына ятып үлгәндәрҙе ярата. Сәбәбе билдәле – пенсия түләр өсөн аҡса етмәй. Мәҫәлән, Рәсәйҙең 85 төбәгенең 73-өндә пенсия хаҡлы ялдағыларға дотация иҫәбенә түләнә. Бының сәбәбе билдәле – ҡатын-ҡыҙ пенсияға иртәрәк сыға һәм оҙағыраҡ йәшәй.

Ҡатын-ҡыҙҙарға түләү өсөн пенсия дефициты вафат булған ирҙәре иҫәбенән алып түләнәсәк, һөҙөмтәлә, улар үҙҙәренең тотонолмаған аҡсаһы иҫәбенә ҡатындарын ҡарауҙы дауам итәсәк, ти эксперттар.
Хәҙер иҫәпләп ҡарайыҡ. Ирҙәр пенсияға сыҡҡандан һуң уртаса 7,5 йыл, ә ҡатын-ҡыҙ –22,6 йыл йәшәй. Хәҙер 22,6 йылдан 7,5 йылды алып ташлайбыҙ һәм айҙарҙы һанап, һәр ай түләнгән пенсияға ҡабатлайбыҙ. Һананығыҙмы, байтаҡ ҡына сыға бит.
Бер үк аҡса артынан урындағы Пенсия фондына йүгерергә ашыҡмағыҙ. Унда ултырған түрәләрҙә һеҙҙең ҡайғығыҙ юҡ, әрләнеп ҡуйыуығыҙ ҙа бар. Алда әйтеүебеҙсә, былар әлегә эксперттарҙың фекере. Тимәк, закон түгел.
Ә инде ысынбарлыҡҡа килгәндә, һандар күпкә ҡәтғиерәк. Пенсия фонды киләһе йылға түләүҙәрҙе 3 процентҡа, инфляция кимәленә, арттырырға вәғәҙә итә. Беҙгә әлегә шул проценттарҙы ғына мөрхәтһенергә тура килер.
Читайте нас: