+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
19 Декабрь 2019, 14:15

Суррогат етештереүселәр өсөн – 50 мең һум, һатыусылары өсөн – 2 мең һум. Был осраҡта әхлаҡ тураһында аҡыл һатыу урынлымы?

Властарҙың был тәүәккәл аҙымы ошо аҙнала төп хәбәрҙәрҙең береһенә әйләнде. Законһыҙ спиртлы эсемлектәр етештереүселдәр һәм уларҙың тауарын һатыусылар хаҡында етди бәхәстәр ҡупты. Йәнәһе, енәйәтселәрҙе шым ғына фаш итеү һәм бының өсөн мул ғына аҡса алыу әхлаҡи яҡтан нисек ҡарала?

Хоҡуҡ белгестәре властарҙың был аҙымын закон күҙлегенән ентекләп тикшергәндер һәм шунан һуң ғына етди ҡарар ҡабул иткәндер, тип уйларға нигеҙ бар. Республика Башлығы Радий Хәбиров, үҙе билдәле юрист, был хаҡта бына нимә ти: “Дошман, мин был һүҙҙән ҡурҡмайым, хәйләкәр һәм мәкерле саҡта ошондай аҙым яһарға тура килә. Бөгөн суррогат спиртлы эсемлектәр ҡулланыуҙан кешеләр һәләк булғанда беҙ элмәкте нығыраҡ тартабыҙ. Ялған араҡы етештереүселәр хаҡында хәбәр итеүселәргә 50-шәр мең һум түләй башлайбыҙ”.
Ә һеҙ ялған араҡы ҡулланыуҙан яҡындарығыҙҙың үлеменә сәбәпсе булған кешене ниндәй язаға тарттырыр инегеҙ?

Артур Василов һүрәте.
Читайте нас: