+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Декабрь 2019, 12:43

Беренсе йыл тамам, беренсе йылдың тәүге еңеүе билдәле. Башҡортостан Башлығының тармаҡ сәғәттәре Рәсәй кимәлендә танылыу тапты.

Мәскәүҙән ҡыуаныслы хәбәр килде. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эшләй башлауының тәүге йылында уҡ эш тәжрибәһендә файҙаланған тармаҡ сәғәттәре “Төбәк киләсәге” номинацияһында (төбәк менән идара итеүҙә иң яҡшы эш тәжрибәһе) Ленинград һәм Төмән өлкәләренең губернаторҙарын артта ҡалдырып, беренсе урынды яуланы. Радий Хәбировҡа бүләкте Рәсәй Президенты хакимиәте башлығы урынбаҫары Сергей Кириенко тапшырҙы.

Тантанала Сергей Кириенко әйтеүенсә, Башҡортостандың эш тәжрибәһен башҡа төбәктәр социаль-иҡтисади бурыстарҙы хәл иткәндә файҙалана ала.
Радий Хәбиров юғары баһа өсөн рәхмәт әйтте һәм: “Беҙ, төбәктәр Башлыҡтары, һәр беребеҙ яңылыҡтар табырға тырышабыҙ. Беҙ бит конкуренция шарттарында йәшәйбеҙ. Беҙ Татарстан яғына ҡарайбыҙ, улар беҙгә күҙ һала. Беҙ Мәскәү өлкәһенән, Мәскәүҙән, Силәбе өлкәһенән, башҡа төбәктәрҙән өйрәнәбеҙ. Хәҙер беҙҙең эш тәжрибәһен системаға һалыу мөмкинлеге бар. Сит илдән өйрәнеү кәрәкмәй, беҙҙең үҙебеҙҙә талантлы кешеләр етерлек. Улар үҙҙәренең эш тәжрибәһен кешеләрҙең тормошон яҡшыртыу өсөн файҙалана ала”, – тип билдәләне.
Башҡортостан Башлығы былтырҙан бирле Хөкүмәттең эш тәжрибәһендә тематик кәңәшмәләр, йәки тармаҡ сәғәттәре, үткәрә. Мәҫәлән, инвестиция, төҙөлөш, транспорт, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, туризм буйынса кәңәшмәләр үҙҙәрен ыңғай яҡтан күрһәтеп өлгөрҙө. 39 “Инвестиция сәғәте”ндә йәмғеһе 153 проект ҡаралған, 360 млрд. һумлыҡ инвестициялар индереү, 23 меңдән артығыраҡ эш урыны булдырыу хаҡында пландар ҡаралған.
Эш тәжрибәһендә райондарға һәм ҡаларға сығып, тармаҡ сәғәттәре ойоштороу Республика Башлығына урындарҙағы хәлдәр менән яҡынданыраҡ танышырға мөмкинлек бирә. Ә инде район башлыҡтары эшлекле тәҡдимдәрҙе өйрәнеү өсөн үҙҙәре ауылдарға, эшҡыуарҙарға бара. Күптән түгел Радий Хәбиров Иглин районында булды һәм, урындағы мөмкинлектәрҙе күргәндән һуң, бындағы эш тәжрибәһенә айырым кәңәшмә бағышларға булды.
Читайте нас: