Яңы йыл алдынан Дәүләт советында Рәсәй Президенты Владимир Путин етәкселегендә милли проекттарҙың үтәлеше ҡаралды. Президент тәүге һөҙөмтәләрҙе иғлан итте һәм һаулыҡ һаҡлауҙа, демографияла, торлаҡ төҙөлөшөндә, мәҙәниәттә, фән һәм мәғариф өлкәһендә, экологияла эшләнгән эштәрҙе барланы.
Владимир Путин: “Ошо проекттарҙы тормошҡа ашырыу халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыу йәһәтенән илдең мөмкинлектәре хаҡында һөйләй. Беҙ бындай бурыстарҙы хәл итергә тейеш”, – тип билдәләне. 2019 йылда миллионға яҡын ғаилә милли проекттар сиктәрендә ярҙам алған. Уның эсендә беренсе һәм артабанғы балалар өсөн түләү, торлаҡ өсөн 6 процентлы ипотека ставкаһы, күп балалы ғаиләләрҙең ипотекаһының бер өлөшөн түләү бар. Иҫкергән торлаҡтан яңыһына 8,2 мең кеше күсергә тейеш булһа, был ярҙамды 25 мең кеше алған. 14 мең километрҙан ашыу юл ремонтланған, был күрһәткес, 2018 йыл менән сағыштырғанда, 3 тапҡырға күберәк. Кесе һәм Урта эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә планлаштырылған 120 миллиард һум урынына 280 миллиард һум ярҙам күрһәтелгән. Фәнде үҫтереүгә тос өлөш индерелгән.
Үкенескә ҡаршы, ҡайһы бер мөһим күрһәткестәр, мәҫәлән, һаулыҡ һаҡлауҙа үлем осраҡтарын кәметеү буйынса маҡсатҡа өлгәшелмәгән. Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре, яман шеш буйынса үлем осраҡтары юғары килеш ҡала.
Президент 2020 йылға бурыстар билдәләгәндә милли проекттарҙы финанслауҙа артыҡ бюрократлаштырыуҙан баш тартырға саҡырҙы. Былтыр федераль ҡаҙнанан 1 триллион 750 миллиард һум аҡса бүленгән, ләкин министрлыҡтарҙан һәм төбәктәрҙән аҡсаны әйләнешкә индереүҙәге ауырлыҡтар тураһында хәбәрҙәр килә.
Былтыр милли проекттар өсөн бүленгән аҡсаның касса үтәлеше 74,8 процент тәшкил иткән. Шул уҡ ваҡытта, һанлы иҡтисадты үҫтереүҙең касса үтәлеше 27,3 процент, экология – 39,8 процент ҡына теркәлгән.
Аҡса бар, эштәр бара, ә ыңғай һөҙөмтләләрҙе ябай кешеләр ҡасан күрәсәк? Социологтар билдәләүенсә, тәүге һөҙөмтәләр 2021 йылда күренәсәк. Былтыр эштәр башланды, хаталар иҫәпкә алынды, төҙәтмәләр индерелде, маҡсаттар билдәләнде, быйыл милли проекттар тулы көсөнә тормошҡа ашырыла башлаясаҡ. Ифрат ҙур маҡсаттар билдәләнгән, улар еңел генә хәл ителмәй. Бындай маҡсаттар күпмелер ваҡыттан һуң ғына файҙа килтерә һәм кешеләр уның мөмкинлектәрен тиҙҙән тоясаҡ.