+7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
9 Ғинуар 2020, 12:29

Радий Хәбиров: “Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ!” Яңы йылда именлек һәм шатлыҡтар юлдаш булһын!

Башҡортостан 2020 йылды яңы Башлыҡ менән ҡаршы алды. Яңы йылда яңылыҡтар күп булды. Спиртлы эсемлектәр һатыуҙа ваҡытлыса сикләүҙәр индереү – шуларҙың береһе. Уның тәүге һөҙөмтәләре – янғындар кәмерәк, тимәк, ҡорбандар ҙа әҙерәк. Әгәр Башҡортостандың ыңғай тәжрибәһен Мәскәүҙә лә ишетһәләр, Рәсәй кимәлендә таралыу табыуы ла бик ихтимал.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең ҡәнәғәт булыуын йәшермәй, сәхифәһендә бына нимәләр яҙа: “Һәр оҙайлы байрамда ҡотолғоһоҙ бәлә булып янғындар тора ине. Ғинуарҙың тәүге көндәрендә – йөҙҙәрсә янғында тиҫтәләрсә һәләк булыусы, яраланыусы, өйһөҙ ҡалыусы. Беҙ был бәләнән ҡотолоуҙың системаһын төҙөйбөҙ. Иҫкәрткестәр ҡуябыҙ, өй беренсә йөрөйбөҙ, кешеләр менән эшләйбеҙ. Һөҙөмтләр күренеп тора. Янғындар 25 процентҡа кәмене, былтырғы менән сағыштырғанда, һәләк булыусылар 80 процентҡа әҙерәк теркәлде. Эйе, янғындар һәм эскеселек менән көрәш артабан да дауам итәсәк. Сөнки һәр һан артында – яҡташтарыбыҙҙың емерелгән яҙмыштары. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ, тағы ла бер тапҡыр яңы йыл менән һеҙҙе!”
Читайте нас: