+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
13 Ғинуар 2020, 12:32

Ҡоролтай Шәйехзада Бабичтың китабы менән ҡыуандырҙы. Атаҡлы шағирҙың “Йәш Башҡортостан” (“Зәңгәр йырҙар”) исемле китабы 102 йылдан һуң яңынан нәшер ителде.

Әйткәндәй, Шәйехзада Бабичтың үҙе тере саҡта ошо китабы ғына донъя күреп өлгөргән. Барлыҡ донъя башҡорттарының Ҡоролтайы тәҡдиме менән сығарылған йыйынтыҡ шағир мөхәррирләүендә, йәки үҙгәртелмәйенсә, тәҡдим ителә.

Китап 1918 йылда Ырымбурҙағы “Тулҡын” йәштәр ойошмаһы тарафынан әҙерләнгән.
Бабич шиғырҙары Ҡоролтай тарафынан әҙерләнгән берҙән-бер йыйынтыҡ түгел. Ҡоролтай Башҡортостан дәүләт архивы һәм Милли музей менән берлектә билдәле тарихсы Азат Ярмуллиндың “Ҡыҙыл армияның башҡорт ғәскәре 1919 йылда Петроградты һаҡлай” исемле китабын сығарҙы. Китап башҡорт ғәскәренең 1919 йылда Петроградты генерал Юденич армияһынан һаҡлап ҡалыуҙары хаҡында һөйләй.
Читайте нас: