-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
29 Ғинуар 2020, 10:22

“Ағиҙел” менән “Һәнәк”тә – бөгөн байрам! Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай, Салауат Әбүзәрҙең иң шатлыҡлы көндәре.

Иртә таңдан тороп ҡәләмдәштәребеҙ, дуҫтарыбыҙ, журналдарыбыҙҙың терәктәре, әҙәбиәтебеҙҙең оҫталары Әхмәр Ғүмәр улы Үтәбаевты, Салауат Нәзир улы Әбүзәровты тыуған көндәре менән ҡотлайбыҙ!

Иртә таңдан тороп ҡәләмдәштәребеҙ, дуҫтарыбыҙ, журналдарыбыҙҙың терәктәре, әҙәбиәтебеҙҙең оҫталары Әхмәр Ғүмәр улы Үтәбаевты, Салауат Нәзир улы Әбүзәровты тыуған көндәре менән ҡотлайбыҙ!
Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай үҙенең 60 йәшлек юбилейын тиҫтәләрсә китап, әҙәбиәт һөйөүселәр ихтирамы, республикабыҙҙың иң юғары дәүләт наградаһы – Салауат Юлаев ордены кавалеры булып ҡаршылай. Уның аҡылына, егәрлелегенә таң ҡалырһың. 21-се быуат башы башҡорт журналистикаһы ул – Әхмәр Ғүмәр-Үтәбай журналистикаһы, тип әйтһәк, һис тә хаталанмаҫбыҙ. Ул бөгөн беҙҙең журналистиканың танылған интервью оҫталарынаң береһе, шиғырҙар, проза китаптары авторы.
Ә Салауат Нәзир улы Әбүзәровҡа бөгөн – 53 йәш. Башҡортостандың иң юғары әҙәби дәүләт премияһы – Салауат Юлаев премияһы лауреаты... Уның ижады бөгөн шиғриәтебеҙең йөҙөн билдәләй. Уның әҫәрҙәре аша беҙ тормошҡа өр-яңы күҙлектән бағабыҙ һәм һоҡланабыҙ. Шиғырҙар еңел генә тыумай, Хоҙай үҙенең иң һайландыҡтарының һайландыҡтарына меңдәрсә кеше ятлап алырлыҡ, һоҡланырлыҡ, таң ҡалырлыҡ аһәңле фекерҙәр еткерә. Салауаттың пьесалары Башҡортостан, Татарстан, Ырымбур сәхнәләрен яулай. Әҙәбиәт һөйөүселәр уның проза әҫәрҙәрен көтә.
Икегеҙгә лә өр-яңы ижади уңыштар, асыштар, һоҡланырлыҡ миҙгелдәр юлдаш булһын! Шуны онотмағыҙ: һеҙҙең һымаҡ яҙыусылар бөгөн әҙәбиәтебеҙҙе тотоп тора. Башҡалар һеҙгә эйәрә, һеҙҙең һымаҡ ижад ҡомары менән янырға теләй. Һеҙҙән өр-яңы әҫәрҙәр көтәбеҙ. Иҫәнлек-һаулыҡ һеҙгә Хоҙай насип итһен! Күп һанлы әҙәбиәт һөйөүселәр исеменән, “Ағиҙел” һәм “Һәнәк” журналдары редакциялары.
Читайте нас: