+18 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
12 Февраль 2020, 12:21

Аттарҙың башына тоҙ етә.

Үткәнендә тибендәге йылҡы хаҡында яҙып өлгөрөүгә шул яҡтан сәфәрҙән ҡайтҡан бер хәбәрсенән: “Аттарына “светоотражатель” ҡуйһындар” – тигән үтенес килде.

Быныһын, гәзитсә әйтһәк, йылҡы малының минералдарға булған ихтыяжы ҡәнәғәтләндерелмәй, тип әйтергә генә ҡала. Хәҙер ябайлаштырып аңлатам. Юлдарҙы хеҙмәтләндереүселәр боҙлауыҡлы үрҙәргә һәм боролоштарға, боҙ иреһен өсөн, тоҙ һибәләр икән. Ә йылҡы өсөн тоҙ бик кәрәк. Һәм улар бәлә килерен уйлап тормай тоҙ һибелгән боролоштарға яланырға йыйыла. Һөҙөмтәһен үҙегеҙ беләһегеҙ, аттар ҡорбан була, машиналар һәләкәткә осрай.
Бәлки бәлә-ҡаза булмаһын өсөн тоҙҙо юлдарға һибеү менән генә сикләнмәҫкә, аттарға кәртәләрҙә иркенләп тоҙ яларға мөмкинлек бирергә кәрәктер.
Читайте нас: