-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
14 Февраль 2020, 11:31

Хушлашмайбыҙ... Мөхәррирҙәр килә лә, китә, ә журналдар ҡала. “Ағиҙел”, “Һәнәк”, “Шоңҡар” – беҙҙең уртаҡ хәстәребеҙ.

Бөгөн йома – изге көндә “Ағиҙел”, “Һәнәк” һәм “Шоңҡар” журналдарын етди үҙгәрештәр көтә...

Бөгөн йома – изге көндә “Ағиҙел”, “Һәнәк” һәм “Шоңҡар” журналдарын етди үҙгәрештәр көтә...
“Шоңҡар”ҙа өмөтлө прозаик Айгиз Баймөхәмәтов баш мөхәррир вазифаһын башҡарыусы сифатында эш башлай. Уға уңыштар, һаулыҡ теләйбеҙ. Ә “Шоңҡар”ҙан талантлы драматург Мөнир Ҡунафин “Ағиҙел” журналына бөш мөхәррир булып күсә. Ул – һыналған, талантлы һәм ипле ойоштороусы. Мөнир Сәхиулла улы алдында “Ағиҙел”дең йөкмәткеһен артабан да яҡшыртып, әлеге тиражын һаҡлап һәм күтәреп, тәжрибәле коллективты яңы үрҙәргә әйҙәү бурысы тора.
Ә Рәлиф Кинйәбаев “Һәнәк” журналында эшмәкәрлеген дауам итәсәк һәм тәгәрәп ятып көлөрлөк пьесалар яҙасаҡ.
Кадрҙар йәһәтенән ниндәй генә үҙгәрештәр булмаһын, “Шоңҡар” ҙа, “Ағиҙел” дә, “Һәнәк” тә һәр ваҡыт үҙҙәренең уҡыусыларына тоғро булды, киләсәктә лә шулай ҡалһын.
– Журналистикала 35 йыл ғүмеремдең 20 йылдан ашыуын төрлө баҫмаларҙа мөхәррир булып эшләргә тура килде, – ти Рәлиф Кинйәбаев. – Һәр ваҡыт уҡыусыларыбыҙҙың, яҙыусыларыбыҙҙың ярҙамын тойоп эшләнем. “Ағиҙел” һәм “Һәнәк” менән дә шулай булды. Баҫмаларыбыҙҙың төрлө ауылдарҙа һәм ҡалаларҙа терәк пункттары барлыҡҡа килде, улар ярҙамында ай һайын журналыбыҙҙың меңгә яҡын данаһын тараттыҡ. Бөгөн хушлашмайым, ләкин беҙҙең дуҫтарыбыҙға, журналыбыҙҙы таратыуҙа ярҙам итеүселәргә, “Ағиҙел” менән “Һәнәк”тең һәр һанын көтөп алыусыларға ихлас һәм ҙур рәхмәтемде белдерәм. Тик һеҙҙең эскерһеҙ ярҙам менән генә журналдарыбыҙҙың тиражы йылдан-йыл артты һәм тотороҡло һаҡланды. Әгәр уҡыусыларыбыҙ ярҙам итмәһә, беҙ быға өлгәшә алмаҫ инек.
Шулай итеп, мөхәррирҙәр килә лә китә, ә журналдар үҙенең уҡыусыларын табырға тейеш.
Әйҙәгеҙ, бергә ҡалайыҡ!
Читайте нас: