Табиптар араҡыға мөнәсәбәттәрен әле булһа аныҡ ҡына төйнәй алмай. Берәүҙәр аҙ ғына эсергә кәрәк, ти, икенселәре, ғөмүмән, ҡаршы, өсөнсөләр эскеселекте күтәрә алмай.
Халыҡ шағиры Рауил Бикбаев үҙенең көндәлектәрендә бер мәшһүр шағирыбыҙҙың фәһемле фекерен килтерә. Бер осор атаҡлы шағир эсеүҙән тулыһынса баш тартҡан һәм айыҡ йәшәү рәүеше алып барған. Ун йыл үткәс, яйлап ҡына яңынан рюмкаларға тотона башлаған.
Бер мәжлестә Рауил ағай мәшһүрҙән: “Йә, ағай, ун йыл буйы эсмәнегеҙ, тәьҫораттарығыҙ нисек?” – тип һораған.
Мәшһүр шағир: “Шуға төшөндөм, ун йыл ғүмерем әрәм булған”, – тип яуап биргән.
Минең таныштарым араһында 20-25 йылға тиклем эсмәй йөрөгәндәр бар. Ошо хаҡта дуҫым Хәйҙәр ағай менән һөйләшкәнем бар. “Фәлән кеше ун йыл эсмәне, төгәненең ташлағанына – 20 йыл”, – тип байтаҡ миҫалдар килтерҙем.
Ике-өс көн үткәс, үҙе яңынан шылтыратты: “Тәки башты ҡатырҙың, – тине ул. – Дуҫ-иштәрҙе барлап сыҡтым, тик берәүҙе лә таба алманым. Исмаһам, береһе тере булһа... Эскән дуҫтарым-таныштарым барыһы ла үлеп бөттө”.
Ҡайһы береһен исемләп тә атаны, мин дә белә инем уларҙы. Һәйбәт кешеләр ине. Дуҫым әйтеп тора, хәҙер уларҙың береһе лә тере түгел. Күпме ғүмерлек ҡайғы, юғалтыу һәм күҙ йәштәре.
Эсмәйенсә нисә йыл йәшәргә мөмкин? Был һорауға яуап биреүе ифрат ауыр. Үкенескә ҡаршы, бик оҙаҡ түгел икән шул.