+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
17 Февраль 2020, 14:55

Барлыҡ донъя Сөләймән Латиповты ҡотлай. Ниһайәт, уның ижады ла лайыҡлы баһа алды.

Ҡәләмдәшебеҙ, дуҫыбыҙ, остазыбыҙ һ.б., һ.б. Сөләймән Латиповтың күп йыллыҡ тос һәм мәртәбәле ижады дәүләтебеҙҙең юғары наградаһын алды. Сөләймән Йәнғәле улы хәҙер Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.

Быны ишеткәндәр ҡыуаныр һәм ғәжәпләнер. Ошоға тиклем был исемде ниңә бирмәнеләр икән? Беҙ ҙә ҡыуанабыҙ һәм ғәжәпләнәбеҙ. Баҫалҡы кешеләр шулай инде, исем өсөн түгел, эш өсөн яна.
Ҡотлайбыҙ һине, хөрмәтле дуҫ һәм ҡәләмдәш! Һине күргәс тә, шат һәм көләс йөҙөңдө күреп, кәйефтәр күтәрелә һәм артабан да йәшәгеләр килә башлай.
Үҙең беләһең, юғары исемдәрҙе бирәләр, йә даулап алалар. Ә һинең осраҡта награда үҙе һине килеп тапты. Ныҡ тот, ҡыуанып тағып йөрө, һин уға лайыҡ!
Читайте нас: