+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Февраль 2020, 17:58

Үҙ-ара килешеүгә етмәй инде, йәмәғәт. Эште ҙурға ебәрмәү хәйерле.

Шулай итеп, балалары атаһы менән әсәһе өҫтөнән юғары органдарға, йәки бала хоҡуҡтарын һаҡлау буйынса вәкилгә мөрәжәғәт иткәндәр. Бик ентекләп, орфографик хаталар менән үҙҙәренең ниндәй язаларға дусар булыуҙарын, был һынауҙарҙы нисек кисереүҙәрен тәфсирләп яҙғандар.

Дәрес әҙерләүҙе, спорт менән шөғөлләнеүҙе талап итеүҙе, кистәрен прогулкаға сығыуҙарҙы ҡаты яза, тип бик ауырлыҡ менән генә баһаларға мөмкин. Эйе, ғәжәпләнмәгеҙ, балалары атаһы менән әсәһе өҫтөнән ялыу яҙғанда тап ошо язаларҙы дәлил итеп килтергәндәр.
Был хәл әллә ҡайҙа Африкала, йә Азияла түгел, тап Рәсәйҙә булған. Бына һиңә мә, ит изгелек – көт яуызлыҡ.
Хоҡуҡ белгестәре был мәсьәләгә баһа биргәндә бер сама ике төркөмгә бүленгән. Тәүгеләре нимә ти, бала – хоҡуҡ объекты, уның мәнфәғәттәре зыян күрергә тейеш түгел. Икенселәр үҙ балаһын тән язаһына дусар итмәһә, физик һәм әхлаҡи зыян килтермәһә, мөйөшкә баҫтырып ҡуйыуҙан алып, компьютерҙа уйнау хоҡуғынан мәхрүм итеү һәм һеҙ яңы ғына тыуған көнөнә алып биргән текә телефонын тартып алыуға тиклем (әлбиттә, ваҡытлыса) ҡәтғи сара күрә алаһығыҙ, ти.
Беҙгә ҡалһа, хәҡиҡәт ҡайҙалыр урталыҡта ята. Эште олоға ебәрмәй, шым ғына үҙ-ара килешһәгеҙ, яҡшыраҡ булыр. Юғиһә, бик уңайһыҙ хәлдә ҡалыуығыҙ бар. Ә ул һеҙгә кәрәкме?
Читайте нас: