+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Февраль 2020, 18:04

Шаҡай әфәнде Шыбағаның ифрат нескә юморы беҙгә оҡшаны. Үҙеңдән көлә белеү ҙә үҙе бер һөнәр бит әле.

Шулай ҙа Шаҡайҙың халыҡ шағиры исеменә дәғүә итеүе беҙгә аңлашылып етмәй. Сөнки хәҙер халыҡтыҡы булмаған шағирҙар һәм яҙыусылар ҡалманы, тип әйтерлек. Быныһын инде беҙҙең дәүләттең йомартлығына ғына һылтап ҡуйырға мөмкин.

Дөрөҫ булһа, киләсәктә халыҡ шағиры, халыҡ яҙыусыһы исемдәрен яҙыусы таныҡлығы менән һәр әҙипкә тоттороп барырға, тигән фекерҙәр ҙә ишетелә. Йәнәһе, бер ыңғай йыуалар ҙа ҡуялар һәм оноталар. Юғиһә, китап сыға – йыуаһың, Яҙыусылар союзына керәһең – йыуаһың, халыҡтыҡына әйләнәһең – йыумай ҡара!
Ә Шаҡайға өмөтөн өҙмәҫкә кәңәш бирәбеҙ. Артабан да яҙғылап, рифмалар эҙләп, һауаға ҡарап ултырырға кәрәк. Кем белә, бәлки берәй нәмә килеп тә эләгер.
Читайте нас: