+5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
18 Февраль 2020, 11:10

Украина Белоруссия менән Рәсәйҙе һуғыштыра алмай йонсой.

Тик хыялдары тормошҡа ашырмы икән?

Рәсәйҙе тамам уңайһыҙ хәлгә ҡуйыр өсөн Украина властары Белоруссияны Мәскәүгә һөсләтеүен дауам итә.
Мәскәү-Минск мөнәсәбәттәренең ҡатмарлы осор кисереүе берәүгә лә сер түгел, сөнки күршеләр һаман да арзанлы газ һәм нефть талап итә, ә үҙҙәре бурыстарын ҡайтарыу хаҡында уйламай.
Александр Лукашенконың Владимир Путин менән бер командала хоккей уйнауы һәм еңеүе лә ярҙам итмәне. “Батька”ға кәйефе тамам боҙолоп, йөҙө йәмерәйеп, һөйләнә-һөйләнә ҡайтып китеүҙән башҡа сара ҡалманы.
Украинаның сит ил эштәре министры Вадим Пристайко был бәхәсте, һуғыш сыҡмағайы, тип ҡуйырта ла башланы. Быны ишеткәс, Минск яғы, хәҙер беҙ нефтте торбаларҙан рөхсәтһеҙ аласаҡбыҙ, тип йоҙороҡ болғай башланы.
Украина нисек кенә ут менән уйнамаһын, Рәсәй менән Белоруссия араһындағы мөнәсәбәттәрҙең ҡатмарланыуын ваҡытлы күренеш тип кенә баһаларға нигеҙ бар. Ни хәл итәһең, бурысың булғас, түләргә генә ҡала.
Читайте нас: