+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
19 Февраль 2020, 11:29

85 төбәк араһында – 25-се урын. Был күрһәткес Радий Хәбировты ҡәнәғәтләндермәйәсәк.

Рәсәйҙең “Новости” агентлығы төбәктәрҙең тормош сифатын тәьмин итеү буйынса урындарын билдәләп сыҡты. Рейтинг өсөн 70 күрһәткес 11 төркөмгә бүлеп билдәләнгән. Улар эсенә, мәҫәлән, төбәктә йәшәүсе халыҡтың килеме, мәшғүллеге, торлаҡ шарттары, хәүефһеҙлек, демография, экология, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, ифраструктура үҫеше, иҡтисад, эшҡыуарлыҡ кимәле, транспорт инфраструктураһы ингән.

Әлбиттә, беренсе урында – Мәскәү, Мәскәү өлкәһе, Петербург, ә аҙаҡҡы урындарҙа Йәһүд автономиялы өлкәһе, Ҡарасәй-Черкес һәм Тыва республикалары.
Башҡортостан биләгән 25-се урын әлегә беҙҙе һис тә ҡәнәғәтләндермәй. Ә бына сәмләндереүе бик тә ихтимал. Республиканың хәҙерге етәкселеге үҙ алдына ҙур, ләкин үтәлерлек маҡсаттар ҡуйҙы. Әгәр улар уңышлы тормошҡа ашырылһа, беҙҙең йәшәү шарттары шаҡтай яҡшырасаҡ, сифат та күтәреләсәк.
Мәҫәлән, инвестиция йәлеп итеү буйынса беҙ Рәсәйҙә тәүге урындарҙың береһендә. Уңышҡа өлгәшеү өсөн 1-2, хатта 2-3 йылдың да етмәүе бик ихтимал. Бының өсөн йыл һайын системалы, эҙмә-эҙлекле һәм ныҡышмалы эшләргә кәрәк.
Был һанды хәтерегеҙҙә ҡалдырығыҙ, 25-се урын. Киләһе йылға сағыштырырбыҙ.
Читайте нас: