Өй ҡыйыҡтары ҡар менән тулды. Торлаҡ йорттарҙы хеҙмәтләндереүселәр әлегә юлдар асыу менән мәшғүл, ә көндәр ифрат йылы торасаҡ, төндәрен туңдырасаҡ.
Тимәк, оҙаҡламай ҡыйыҡтарҙан боҙло ҡар түбәнгә ишелә башлаясаҡ. Был фажиғәләр йыл һайын ҡабатланып тора. Ҡар ишелеүҙән кешеләр, техника зыян күрә. Үкенескә ҡаршы, был хәл быйыл да ҡабатланасаҡ.
Иҫән-һау йөрөгөҙ, абай булығыҙ. Бәлә аяҡ аҫтында ята, тиһәләр ҙә, баш осонда булыуы ла бик ихтимал.