+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
19 Февраль 2020, 14:26

Аттарҙың һаулығы өсөн борсолмағыҙ. Уларҙың барыһы ла иҫән-һауҙар.

Кисә барлыҡ Рәсәй, тетрәнеп, Иглин районында йылҡы малын ҡотҡарыуҙы күҙәтте. Бейәләрҙең йәшәүгә, иҫән ҡалыуға ынтылышы барыһын да таң ҡалдырҙы.

Кисә барлыҡ Рәсәй, тетрәнеп, Иглин районында йылҡы малын ҡотҡарыуҙы күҙәтте. Бейәләрҙең йәшәүгә, иҫән ҡалыуға ынтылышы барыһын да таң ҡалдырҙы.
Кисә һәм бөгөн ветеринарҙар бейәләрҙең һаулығын тикшергән һәм әлегә ҡәнәғәтләнерлек, тип тапҡан.
Йылҡысылыҡ буйынса белгестәр бейәләрҙең ни өсөн йәшәү өсөн көрәшеүҙәренә лә аңлатма тапҡан. Улар барыһы ла быуаҙ икән. Ә быуаҙ бейә иң тәүҙә үҙе өсөн түгел, ҡарынындағы ҡолонсаҡты ҡотҡарырға тырыша. Бына шулай тәбиғәттең ҡанундары. Бәғзеләр яңы тыуған балаларын ташлап китә, ә бейә малы әле тыумаған ҡолонсаҡ өсөн ғүмерен ҡорбан итергә әҙер.
Читайте нас: