+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
19 Февраль 2020, 13:25

Быйылғы ҡыштың йылы килеүендә ғәйеплене тапҡандар. Барыһына ла әлеге Көнбайыш сәбәпсе.

Быйылғы һымаҡ йылы ҡышты хәтерләгәндәр бик һирәк. Гидромет үҙәк ошо көндәрҙә ҡыштың ни өсөн йылы килеүен аңлатты. Әүәл-әүәлдән Атлантик океандан килгән йылы һауа Европаны йылытып тотто. Быйыл ул Рәсәйҙең Европа өлөшөндә генә туҡтап ҡалманы, Урал аръяғына, Себергә, хатта Азияға тиклем барып етте. Белеп булмай, марттың сағыштырмаса һалҡын булыуы ла бик ихтимал.

Бөгөн Яҡутстанда 30-35 градус һыуыҡ булырға тейеш, ләкин градусниктар минус 14 градус ҡына күрһәтә. Ә Чита өлкәһе бындай һауа торошон үҙ ғүмерендә күргәне юҡ, бөгөн Байкал күле эргәһендә 1-2 градус йылы.
Тәбиғәт үҙенең мөғжизәләрен күрһәтер әле. Ана бит, бөрөләр ҙә бүрткән, ағастар ҙа тулышҡан.
Читайте нас: