Тик бер үк сираттағы ҡар яуыуын ҡәҙимге сәйәсәткә әйләндермәйек. Кисә һәм бөгөн ишелеп яуған ҡар әллә кемдәрҙең яҙмышын хәл итерлек.
Ошо юҫыҡта бер нисә йыл элек, аныҡлап нарыҡлағанда, Хәмитов һәм Ялалов дәүерендә тәбиғәт көрсөгөнә ҡаршы көрәштең ике түрәнең бер-береһенә ҡаршы яҫҡыныуы, хатта урыны менән айҡашыуға барып етеүҙәре келт итеп хәтергә төшә. Икәүләшеп алыша торғас урам тулып ятҡан ҡар бөтөнләй онотола, миктәгән халыҡ та, ҡайһы яҡҡа ҡоларға белмәй йонсоған депутаттар ҙа бөгөн яуған ҡарҙы таҙартыу түгел, ә власть өсөн көрәш мөһимерәк, тип уйлай торғайны һәм хаталанмай ине. Ә ҡалғанын үҙегеҙ беләһегеҙ.
Ә хәҙер хәл үҙгәрҙе, ҡар яуыуын дауам итә. Өҫтәгеләр аҫтағыларҙан ҡарҙан таҙартылған урамдар һәм тротуарҙар талап итә. Урам таҙартаусыларға ла Хоҙай түҙемлек бирһен. Хәтергә Мәжит Ғафуриҙың “Ярлылар йәки өйҙәш ҡатын”ындағы Шәриф иҫкә төшә. Ошо хәтлем ҡар яуыуын күрһә, ниндәй ҡыуаныр ине! Ҡар түгел, аҡса бит был, муллыҡ яуа! Фермерҙарҙың шатлығын күҙ алдыма килтерәм, быйыл йәй йылы һәм ямғырлы буласаҡ.
Үҙебеҙҙең баш ҡалаға әйләнеп ҡайтайыҡ. Төнө буйы яуған ямғыр ҡатыш ҡарҙың юлдарға тигеҙ генә булып ятыуын күрҙегеҙме? Урам таҙартыусылар, ҡар көрәүсе техника эшләйме? Юлдар ялт итеп ятамы? Ләкин быларҙың барыһының да һеҙгә оҡшамауы бик ихтимал. Сөнки ҡар еүеш, ә итектәр дымлана, етмәһә, туҡталыш өйөгөҙҙән алыҫ, транспорттың да һуңлауы бик ихтимал.
Әйҙәгеҙ, ҡала хужаларына түҙемлек һәм ныҡлыҡ теләйек. Ҡарҙан таҙартыу өсөн Мостафин менән Хөсәйенов, йәғни, икәү яуаплы, ә беҙ – миллиондан ашыу. Барыбыҙға ла ярарға тырышыу уларҙың эше түгел, уларҙың бурысы – төнө буйы ҡар менән көрәшеп, юлдарҙы һис юғы аҙмы-күпме үтмәле итеү. Компьютерығыҙҙы эшкә ҡушҡас, ошо яҙманы уҡынығыҙмы? Тимәк, һеҙ эш урынына уңышлы килеп еткәнһегеҙ.