+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
19 Февраль 2020, 19:06

Стәрлетамаҡтар Ф.И. Машкинды онотмай. Оноторлоҡ кеше түгел ине ул.

Стәрлетамаҡ районында бөгөн ошонда оҙаҡ йылдар КПСС-тың район комитетының беренсе секретары булып эшләгән Федор Иванович Машкиндың 90 йыллығын билдәләйҙәр.

Стәрлетамаҡ районында бөгөн ошонда оҙаҡ йылдар КПСС-тың район комитетының беренсе секретары булып эшләгән Федор Иванович Машкиндың 90 йыллығын билдәләйҙәр.
Федор Иванович районға етәкселек иткән дәүерҙә ауыл хужалығы ныҡлап үҫеште, матди-техник базаһы нығынды, социаль объекттар төҙөлдө. Уға Социалистик хеҙмәт геройы исеме бирелде, ул орден һәм миҙалдар менән бүләкләнде, өс тапҡыр партия съездарына делегат булып һайланды.
Бөгөн райондың Рощинский ҡасабаһында уның исемендәге майҙан бар, бюст ҡуйылған.
Федор Ивановичтың ябайлығы, кешеләргә иғтибарлы мөнәсәбәте һәм ойоштороу һәләте бөгөн дә күптәр өсөн өлгө алырлыҡ.
Читайте нас: