Интернет мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Татарстандың Ш. Мәржәни институты директоры Рафаэль Хәкимов Башҡортостанда халыҡ иҫәбен алыуҙы контролдә тотоу кәрәк, тип иҫәпләй. Үҙенең тәҡдимен көсәйтер өсөн совет дәүерендәге тәжрибәгә һылтана. Бының өсөн ул 80-се йылдар аҙағында КПСС пленумында политбюро ағзаһы Егор Лихачевтың сығышын иҫкә ала һәм шул осорҙо һағыныуын һәм юҡһыныуын йәшермәй. Рафаэль Хәкимов раҫлауынса, халыҡ иҫәбен алыу идеологияға ҡоролған һәм үтә сәйәсиләштерелгән.
Татарҙарҙы ул Алтын урҙаның территориаль, этник, тел, мәҙәниәт йәһәтәнән вариҫы, тип раҫлай.
Рафаэль Хәкимов Болғарҙар мираҫына сыуаштарҙың дәғүә итеүенә түҙемле ҡарай, сөнки улар төркиҙәр бит, ә үзбәктәр – ошонда, Волга тирәһендә йөрөгән Үзбәк хандан сыҡҡан, ә ҡаҙаҡтар, ни эшләптер, далаға киткән һәм үҙҙәренең дәүләтен ойошторған татарҙар, имеш. Әйткәндәй, Ш. Мәржәни институты директоры раҫлауынса, дөрөҫ булһа, татар башланғысы Кавказда йәшәгән күпселек халыҡтарҙа ла күҙәтелә.
Рафаэль Хәкимов был сәйәси көрәштә яңғыҙ түгел. Татарстан тарафынан Башҡортостанда халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек бик әүҙем һәм планға ярашлы алып барыла. Бының өсөн интернет киңлектәрендәге татар тарихы, уның күренекле вәкилдәре, бөйөклөгө хаҡында даими донъя күргән материалдарға күҙ һалыу ҙа етә.