Быға тиклем байтаҡ йылдар буйы Рәсәйҙең иң бай ҡатын-ҡыҙы исемен Мәскәү ҡалаһының элекке мәрхүм мэры Юрий Лужковтың ҡатыны Елена Батурина йөрөткәйне. Йыл башында уны өр-яңы миллиардер Татьяна Бакальчук алыштырҙы.
Бакальчук онлайн ритейл, йәғни, интернет-сауҙа менән шөғөлләнә. Былтыр байлығын 400 миллион долларға арттырған һәм мөлкәте 1,4 миллиард долларға еткән.
Елена Батурина иһә, 1,2 миллиард доллар менән икенсе урында тороп ҡалған.
Хәҙерге Рәсәйҙә миллиардер ҡатын-ҡыҙҙар ят күренеш түгел. Улар бизнесты әүҙем үҙләштерә һәм юғары үрҙәр яулай. Улар беҙҙең Башҡортостанда бик күренмәһә лә, ут күршебеҙ Татарстанда - байтаҡ. Мәҫәлән, Татарстандың беренсе президенты Минтимер Шәймиевтың яҡындары ла байҙар араһында байтаҡ күренә һәм был миҫал тәбиғи иҫәпләнә.