+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
20 Февраль 2020, 17:49

Владимир Путин айына 10800 һум пенсияға йәшәү ауыр икәнлеген белә.

Президенттың эш хаҡы ла иң юғарыларҙан түгел.

Владимир Путин Петербургта булды, ҡаланың тәүге мэры Анатолий Собчактың һәйкәленә сәскәләр һалды, ҡала губернаторы Александр Беглов менән милли проекттарҙың үтәлеше, социаль объекттарҙы төҙөү барышы хаҡында әңгәмәләште.

Президент халыҡ менән аралашырға ла ваҡыт тапты. Бер пенсионер дәүләт башлығынан: "Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, 10800 һум пенсияға нисек йәшәргә?" тип һораны. Владимир Путин: "Бындай пенсияға йәшәүе ауыр икәнлеген беләм", - тип яуап бирҙе.

Президенттың эш хаҡы ла юғары түгел. Унан күберәк аҡса алыусылар бар. Халыҡтың йәшәү кимәлен күтәреү, килемен арттырыу - Хөкүмәт алдында торған төп бурыстарҙың береһе.

Владимир Путиндың Дәүләт йыйылышына мөрәжәғәтнамәһендә билдәләнеүенсә, пенсионерҙарға, аҙ килемле ғаиәләләргә социаль түләүҙәр быйыл артасаҡ.
Читайте нас: