-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
21 Февраль 2020, 19:30

Ә ҡасан ғына хәрби хеҙмәттең абруйы төшкәйне.

Хатта армия сафына барырға теләүселәр юҡ ине.Артабан уҡырға: ---------------------Һеҙ түгел, хәбәр һеҙҙе эҙләй!Поляктар уларҙы кем азат итеүен онотҡанмы? Киләһе яҙмабыҙ - ошо хаҡта булыр.

Социологтар сәйер генә күренештең шаһиты булған. Хәрби вуздарға, контракт буйынса хеҙмәт итеүгә, хатта армия сафына барырға теләүселәр һаны артҡан. Экспертар быны һәйбәт күренеш булараҡ баһалай. Тимәк, 2000 йылдарҙағы уңышһыҙ үҙгәртеп-ҡороуҙар, армиялағы мәхшәрҙәр артта ҡалды һәм Ватанды һаҡлаусы һөнәренең ысын мәғәнәһендә абруйы күтәрелде. Социологтар быны хәҙерге оборона министры Сергей Шойгуның Рәсәйҙәге абруйы, Рәсәй хәрби көстәренең Сүриәләге еңеүле аҙымдары хатта Бөйөк Ватан һуғышының 75 йыллығы менән дә бәйләй.
Шул иҫәптән көнкүреш мәшәҡәттәрен хәл итеү ҙә насар түгел: эш хаҡы юғары һәм ваҡытында түләнә, хатта фатир бүленә, уҡырға инеү мөмкинлеге лә бар. Ә был мөмкинлектән ни өсөн файҙаланмаҫҡа?
Әйткәндәй...
Көләмәс
Мәғәнәүи армияға китергә булған.
Дауахана медицина комиссияһы үтеп йөрөй. Бер бүлмәлә табип Мәғәнәүигә “г” хәрефе рәүешендә баҫырға ҡушҡан.
Шул ваҡыт ишек асылып китә һәм бер ир килеп инә.
– Һеҙ бында ни эшләп туңҡайып тораһығыҙ?
– Бына, “г” хәрефе булып баҫырға ҡуштылар.
  • Күрәм. Ә кем ҡушты?
  • Бына, табип ҡушты.
  • Белмәйем, кем ҡушҡандыр, ләкин бында табим – мин.
  • Ҡайһы ерендә көлөргә белмәһәгеҙ, хәбәр итегеҙ.
    Читайте нас: