Башҡортостан ауыл хужалығы министрлығы 2012 йылдан ошо көндәргә тиклем “Эш башлаусы фермер”, “Ғаилә малсылыҡ фермаһы”, “Ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативының матди-техник базаһын нығытыу” программаһында 856 фермер хужалығы, 19 ауыл хужалығы кооперативы ҡатнашҡан. Уларға дәүләт ярҙамы 2 миллиард һумдан артыҡ тәшкил иткән. Шул иҫәптән, 546 эш асыусы фермер 825 миллион грант алған.
Тимәк, кемдәр эҙләй, кемдәр эшләргә теләй, улар өсөн шарттар ҙа, аҡсалар ла бар. Ошондай уҡ ярҙам киләсәктә лә дауам итәсәк.
Ауылда эш юҡ, тиһегеҙме? Ә һеҙ нимә көтәһегеҙ?