+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
21 Февраль 2020, 20:30

Халыҡтың хәтерен алдап булмай.

Поляктар уларҙы кем азат итеүен онотмаған әле.Артабан уҡырға: ----------------Лукашенко ниңә ҡыуана? Киләһе яҙма - шул турала булыр.

“Спутник” агентлығы Польша кешеләре араһында фекер өйрәнеү үткәргән. Кешеләрҙән 1945 йылдың февралендә Польшаны кемдәр азат иткәндәргә рәхмәт тойғоһо бармы? – тип һорағандар. Һорау алыуҙа ҡатнашыусыларҙың 65 проценты 945 йылда Гитлер аккупацияһынан азат иткән Ҡыҙыл Армияға рәхмәт тойғолары кисереүҙәрен әйткәндәр. 8 процент яуап бирә алмаған, ә ҡалған 27 процент рәхмәт тойғоһо юҡ, тип яуап биргән.
Ә 73 процент Освенцим коцлагерын совет армияһы азат иткән, тип яуап биргән.
Польшаның хәҙерге етәкселәрен Рәсәйгә ҡарата йылы мөнәсәбәттә ғәйепләүе ҡыйын. Улар Икенсе бөтөн донъя һуғышын өр-яңынан яҙҙы һәм халыҡтың аңын томаларға, азат итеүселәрҙе хәтерҙән юйырға тырыша. Шуға ҡарамаҫтан, Польша граждандарының 35 йәштән өлкәндәре илде Гитлер ғәскәренән совет һалдаттары азат итеүе хаҡында яҡшы хәбәрҙар.
Читайте нас: